Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -

Зәкәрьяһ 5 - Башкирский ВЗ (неполный)


Алтынсы күренмеш: осоп йөрөгән төргәк китап

1 Күҙҙәремде күтәреп ҡараһам: осоп йөрөгән бер төргәк китап күрҙем.

2 Фәрештә минән: – Нимә күрәһең? – тип һораны. – Осоп йөрөгән бер төргәк китап күрәм. Оҙонлоғо егерме терһәк, киңлеге ун терһәк, – тип яуапланым.

3 – Бөтә ер йөҙөнә яуасаҡ ләғнәт был, – тине фәрештә. – Уның бер яғында яҙылғанса, урлашҡан һәр кеше язаһыҙ ҡалмаясаҡ. Икенсе яғында яҙылғанса, ялған ант иткәндәр ҡыуыласаҡ.

4 «Был ләғнәтте Мин ебәрҙем, – тип белдерә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Ул бурҙың һәм Минең исемем менән ялған ант итеүсенең өйөнә инәсәк. Ул был өйҙә ундағы һәр бер ағас киҫәге, һәр бер таш онталып юҡҡа сыҡҡанға тиклем ҡаласаҡ».


Етенсе күренмеш: үлсәү һауыты эсендәге ҡатын

5 Минең менән һөйләшкән фәрештә килеп: – Күтәрелеп ҡара әле, – тине. – Нимә сығып килгәнен күрәһең?

6 – Был нимә ул? – тип һораным. – Үлсәм һауыты, – тине һәм: – Ул бөтә ил халҡының ғәйептәре менән тулы, – тип өҫтәне.

7 Бына һауыттың ҡурғаш ҡапҡасы ҡалҡытылды. Һауыт эсендә бер ҡатын ултыра ине.

8 Фәрештә: – Ә был яманлыҡтың үҙе, – тине лә ҡатынды һауыт эсенә ҡабат тығып, ҡурғаш ҡапҡас менән ҡаплап ҡуйҙы.

9 Башымды күтәреп ҡарағайным, ел сығарып төшөп килгән ике ҡатынды күрҙем. Уларҙың ҡауҙыныҡына оҡшаған ҡанаттары бар ине. Улар һауытты ер менән күк араһына күтәрҙе.

10 Минең менән һөйләшкән фәрештәнән: – Һауытты ҡайҙа алып баралар? – тип һораным.

11 – Шинғар еренә, – тип яуап ҡайтарҙы фәрештә. – Унда һауыт өсөн бер йорт төҙөләсәк һәм ул шунда, үҙ таяуына, ҡуйыласаҡ.

© Bible Society in Russia, 2002-2007, 2010-2012, 2018.

Bible Society in Russia
ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:



ကြော်ငြာတွေ