Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -

Зәбүр 8 - Башкирский ВЗ (неполный)

1 Йырсылар етәксеһенә: «Гиттиҫ» көйөнә. Дауыттың мәҙхиәһе.

2 Раббы Хакимыбыҙ! Исемең ниндәй ғиззәтле бөтә ер йөҙөндә! Асмандан юғарыраҡ Һинең шөһрәтең!

3 Сабыйҙар, имсәк балаларҙың ауазы менән Дошмандар һәм үслеләргә ҡаршы Һин нығытма ҡорҙоң, уларға ахыр ҡуйҙың.

4 Бармаҡтарың әүәләгән күккә баҡтым, Һин урынлаштырған ай менән йондоҙҙарға ҡараным.

5 Әҙәм заты нимә инде? Ә Һин уның хаҡында уйлайһың! Бәндә балаһы кем – уны хәстәрләйһең?

6 Уны Алланан саҡ ҡына түбән иттең; Шөһрәт һәм хөрмәт тажы кейҙерҙең.

7 Ҡулыңдың ижадына уны хаким ҡылдың, Бөтә нәмәне аяғы аҫтына һалдың:

8 Эре һәм ваҡ малды, Ҡырағай хайуанды,

9 Күктәге ҡош, диңгеҙҙәге балыҡ, Даръяларҙа йөҙгән һәммәһен.

10 Эй Раббы Хакимыбыҙ, Бөтөн ер йөҙөндә исемең ниндәй ғиззәтле!

© Bible Society in Russia, 2002-2007, 2010-2012, 2018.

Bible Society in Russia
ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:



ကြော်ငြာတွေ