Зәбүр 74 - Башкирский ВЗ (неполный)1 Йырсылар етәксеһенә: «Һәләк итмә» көйөнә. Асафтың мәҙхиәһе. Йыр. 2 Эй Алла, Һиңә рәхмәт уҡыйбыҙ, Шөкөрана ҡылабыҙ, Һин беҙгә яҡынһың, Кешеләр мөғжизәләрең тураһында һөйләй. 3 Әйтте Алла: «Үҙем билдәләгән ваҡыт еткәс, Ғәҙел хөкөм ҡыласаҡмын. 4 Ер һәм унда йәшәгәндәр сайҡалғанда, Терәктәрен нығытыусы – Мин ул». Села 5 Һауаланғандарға әйттем: «Башҡаса эреләнмәгеҙ»; Яуыздарға: «Мөгөҙөгөҙҙө сөймәгеҙ. 6 Күккә тиклем күтәрмәгеҙ! Башығыҙҙы текә тотоп һөйләнмәгеҙ», – тинем. 7 Дан-дәрәжә көнсығыштан да, көнбайыштан да, Сүл тарафынан да килмәҫ. 8 Хөкөм ҡылыусы бары тик Алла ғына – Түбән дә төшөрөр, үрләтер ҙә. 9 Ғазап туҫтағы Раббы ҡулында, Ул ҡайнап торған, тәмләткестәр ҡушылған шарапҡа тулы. Раббы шарапты ҡойор, Ер йөҙөндәге барлыҡ залимдар Төпрәһенә тиклем эсеп ҡуйыр. 10 Мин иһә мәңге Яҡуп Аллаһы хаҡында һөйләрмен, Уға маҡтау йырлармын. 11 Алла әйтер: «Һындырырмын залимдарҙың мөгөҙҙәрен, Ә тәҡүәләрҙең ҡеүәтен арттырырмын». |
© Bible Society in Russia, 2002-2007, 2010-2012, 2018.
Bible Society in Russia