Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -

Зәбүр 57 - Башкирский ВЗ (неполный)

1 Йырсылар етәксеһенә: «Һәләк итмә» көйөнә. Дауыттың шиғыры.

2 Эй хөкөмдарҙар, ғәҙелме һөйләгән һүҙҙәрегеҙ? Дөрөҫ хөкөм итәһегеҙме һеҙ кешеләрҙе?

3 Юҡ! Күңелегеҙ тулы ғәҙелһеҙлек, Ҡулдарығыҙ ер йөҙөнә йәбер-золом сәсә.

4 Яуыз бәндә әсә ҡарынынан алып аҙғын, Тыуғанынан алып юлдан яҙған, һөйләй ялған.

5-6 Уларҙың ағыуы ҡара йылан ағыуылай зәһәр. Оҫта арбаусыны ишетмәҫ өсөн Ҡолағын ҡаплаған ҡара йылан һымаҡ улар.

7 Эй Аллам, ҡыр ауыҙҙарындағы тештәрен, Һындар ул йәш арыҫландарҙың яңаҡ һөйәген!

8 Ағып киткән һыу һымаҡ юҡҡа сыҡһындар. Йәйә киргәндә уҡтары урталайһынһын.

9 Ҡабырсағында ирегән ҡусҡар һымаҡ булһындар. Үле тыуған бала кеүек ҡояш нуры күрмәһендәр.

10 Улар усаҡҡа яғырға әҙерләнгән, Әле гөлтләп янып киткән, Ҡаҙанды йылытып та өлгөрмәйенсә Елгә осҡан сәнскәк һымаҡ булһын.

11 Яуыздан үс алынғанға тәҡүә ҡыуаныр, Уларҙың ҡанында аяғын йыуыр.

12 Шул ваҡыт кешеләр әйтер: «Ысынлап та, тәҡүә кеше өсөн әжере бар. Хаҡ, донъяға хөкөм ҡылған Алла бар!»

© Bible Society in Russia, 2002-2007, 2010-2012, 2018.

Bible Society in Russia
ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:



ကြော်ငြာတွေ