Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -

Зәбүр 54 - Башкирский ВЗ (неполный)

1 Йырсылар етәксеһенә: Ҡыллы уйын ҡоралдарында – Дауыттың уйланыуҙары.

2 Эй Алла, доғамды ишет, Йәшенмәсе ялбарыуҙарымдан!

3 Илтифат ит, яуап ҡайтар зинһар. Хәсрәт сорнап алды, ҡайғыларға баттым

4 Дошмандарҙың тауышынан, Залимдарҙың иҙеүенән. Сөнки мине ғазапҡа һалдылар, Ажарланып өҫтөмә ябырылдылар.

5 Күкрәгемдә йөрәгем дерелдәй, Башыма үлем дәһшәте төштө.

6 Ҡурҡыу һәм тетрәнеү биләп алды, Ҡотом осоп ҡалтырауға ҡалдым.

7 Шул саҡ үҙ-үҙемә әйттем: «Күгәрсендәй ҡанатлы булһамсы! Осор ҙа тынғылыҡ табыр инем.

8 Алыҫ-алыҫтарға ҡасыр инем, Ҡырға барып оя ҡорор инем. Села

9 Йәһәтерәк ышыҡланыр инем Был уҫал елдәрҙән, дауылдарҙан.

10 Эй Хаким, туҙҙыр уларҙы, Ҡуйышҡан һүҙҙәрен тарҡат, Сөнки мин ҡалала йәбер-золом, ыҙғыш күрәм.

11 Улар көн-төн диуарҙар өҫтөндә йөрөй, Ә ҡала эсендә – яуызлыҡ һәм ҡаза.

12 Ҡаланың уртаһында – һәләкәт, Майҙандарынан юғалмай иҙеү, мәкер.

13 Әгәр мине дошман күргән мыҫҡыллаһа, түҙер инем. Күрә алмаған берәү кәмһетһә, ҡасып китә алыр инем.

14 Әммә быны һин эшләнең, үҙем һымаҡ ишем, Ихлас иптәшем, серҙәш дуҫым.

15 Һинең менән һөйләшеп һүҙебеҙ бөтмәҫ ине, Күмәкләшеп Алла йортона барыр инек…

16 Дошмандарға көтмәгәндә үлем килһен, Улар тере килеш үлеләр донъяһына олаҡһын; Сөнки өйҙәре лә, булмышы ла золом тулы.

17 Мин иһә Аллаға һығынырмын, Һәм Раббы мине ҡотҡарыр.

18 Кис, иртән һәм төш мәлендә ялынырмын, Инәлермен – Ул тауышымды ишетер.

19 Иҫәпһеҙ күп булғанда ла һөжүм иткән дошмандарым Уларҙан йәнемде йолоп алыр.

20 Мәңгелектән Үҙ тәхетендә ултырған Алла Ишетер ҙә уларҙы йыуашландырыр. Села Сөнки улар үҙгәрергә теләмәйҙәр, Һис кенә лә Алланан ҡурҡыу белмәйҙәр.

21 Юлдашым дуҫтарына ҡаршы ҡул күтәрҙе, Минең менән төҙөгән килешеүгә хыянат итте.

22 Ауыҙынан бал-май тама, Тик күңелендә – дошманлыҡ. Һүҙҙәре зәйтүн майынан йомшаҡ, Ә асылда – яланғас ҡылыстыр.

23 Ҡайғы йөгөңдө Раббыға тапшыр, Ул һиңә таяныс булыр. Һис ҡасан да тоғро бәндәһенә йығырға ирек бирмәҫ.

24 Эй Алла, яуыздарҙы Һин Үлем соҡорона олаҡтырырһың. Ҡан эскес, мәкерле бәндәләр Ғүмерҙәренең уртаһына ла етмәҫ. Мин иһә Һиңә өмөт бағлайым.

© Bible Society in Russia, 2002-2007, 2010-2012, 2018.

Bible Society in Russia
ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:



ကြော်ငြာတွေ