Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -

Зәбүр 52 - Башкирский ВЗ (неполный)

1 Йырсылар етәксеһенә: «Махалаҫ» көйөнә. Дауыттың уйланыуҙары.

2 Ахмаҡ эсенән генә уйлай: «Алла юҡ!» Кеше боҙолдо, әшәкәлеге алдан йөрөй. Яҡшылыҡ ҡылыусы бер кем дә юҡ.

3 Алла күктән әҙәм балаларына күҙ һала: Аңлылар, Алланы эҙләгәндәр бармы?

4 Барыһы ла юлдан яҙған, берҙәй боҙолған; Яҡшылыҡ ҡылған әҙәм юҡ, Исмаһам, берәү ҡалмаған!

5 Яуызлыҡ ҡылыусылар – Халҡымды икмәк урынына ашағандар, Аллаға һығынмағандар – Бер ни ҙә аңламаймы ни?

6 Тик улар ҡурҡмаҫ ерҙә оло дәһшәткә төшәсәк әле, Сөнки Раббы һиңә һөжүм иткәндәрҙең Һөйәктәрен туҙҙырып ташлар, Уларҙы оятҡа ҡалдырырһың, Сөнки Алла уларҙы ситкә тибәсәк.

7 Сиондан Исраилға ҡотолоу килһә ине! Алла Үҙ халҡына муллыҡ-именлек ҡайтарғас, Яҡуп нәҫеле шатлыҡ кисерер, Исраил халҡы ҡыуаныр!

© Bible Society in Russia, 2002-2007, 2010-2012, 2018.

Bible Society in Russia
ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:



ကြော်ငြာတွေ