Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -

Зәбүр 41 - Башкирский ВЗ (неполный)

1 Йырсылар етәксеһенә. Ҡорах улдарының уйланыуҙары.

2 Ағын һыуҙарға ашҡынған болан һымаҡ, Күңелем Һиңә ашҡына, Аллам!

3 Аллаға, тере Аллаға сарсаған йәнем; Ҡасан барырмын, хозурыңда булырмын, Аллам?

4 «Ҡайҙа һуң һинең Аллаң?» – тип һәр көн мине йөҙәткәндә Күҙ йәшем ризығым булды иртә-кисен.

5 Йөрәк һыҙлай иҫкә төшкән һайын Күмәк халыҡ араһында килгәндәрем; Шатлыҡ ауаздары менән маҡтау йырлап Тантана иткән халыҡтың ташҡынында Алла ҡорамына атлап ингәндәрем.

6 Ниңә өҙөләһең, йәнем, көйөнәһең? Һин өмөтөңдө бағла Аллаға! Мин тағы ла рәхмәттәр уҡырмын Уға, Мине күреп торған һәм ҡотҡарасаҡ Аллама!

7 Күңелем төшөнкө, шуға, Аллам, Иордан һәм Хермон ерҙәрендә, Мисар тауында Һине мин иҫкә алам.

8 Шарлауыҡтарҙың шаулауы аша Даръялар өндәшә даръяларға. Һинең бөтә тулҡындарың, ташҡындарың Үтеп китте минең өҫтән.

9 Көндөҙ Раббы Үҙенең тоғро мөхәббәтен күндерер, Төндә иһә мин йырлармын Уға, Доға ҡылырмын тормошом Аллаһына.

10 Таянысым – Аллама әйтермен: «Ни өсөн мине оноттоң? Ниңә дошмандарымдан иҙелеп Йөрөйөм ҡайғы-хәсрәткә батып?»

11 «Ҡайҙа Аллаң?» – тип дошмандарымдың Көн оҙоно мыҫҡыл итеүҙәре Елегемә төштө минең.

12 Ниңә өҙөләһең, йәнем, көйөнәһең? Һин өмөтөңдө бағла Аллаға! Мин тағы ла рәхмәттәр уҡырмын Уға, Мине күреп торған һәм ҡотҡарасаҡ Аллама!

© Bible Society in Russia, 2002-2007, 2010-2012, 2018.

Bible Society in Russia
ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:



ကြော်ငြာတွေ