Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -

Зәбүр 145 - Башкирский ВЗ (неполный)

1 Раббыны данлағыҙ! Эй күңелем, маҡтау йырла Раббыға!

2 Ғүмерем буйы Раббыны маҡтармын, Йәнем бар саҡта дан йырлармын Раббыға.

3 Өмөт бағламағыҙ түрә-башлыҡтарға, Ҡотолоу бирә алмаған кеше затына.

4 Улар йән биргәс тупраҡҡа ҡайта, Шул көндө үк ниәттәре юҡҡа сыға.

5 Ниндәй бәхетле Яҡуптың Аллаһынан ярҙам алған, Үҙенең Аллаһы Раббыға өмөт бағлаған әҙәм!

6 Ошо Алла күкте, ерҙе һәм диңгеҙҙе, Уларҙағы бар нәмәләрҙе яратҡан, Тоғролоғон мәңге һаҡлап ҡалған,

7 Иҙелгәндәргә хаҡ хөкөм ҡылған, Астарҙы икмәккә туйындырған. Раббы тотҡондарҙы азат ҡылыр,

8 Һуҡырҙарҙың күҙен асыр, Ергә бөгөлгәндәрҙе турайтыр, Тәҡүәләрҙе Ул яратыр.

9 Раббы килмешәктәрҙе һаҡлар, Етемдәрҙе, тол ҡатындарҙы ҡурсалар, Яуыздарҙы юлдарында аҙаштырыр.

10 Эй Сион, Аллаң Раббы мәңгелек, Быуындан быуынға Ул хакимлыҡ итер. Раббыны данлағыҙ!

© Bible Society in Russia, 2002-2007, 2010-2012, 2018.

Bible Society in Russia
ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:



ကြော်ငြာတွေ