Зәбүр 141 - Башкирский ВЗ (неполный)1 Дауыттың уйланыуҙары, мәмерйәлә ҡылған доғаһы. Мин Раббыға һөрән һалам, Раббыға мәрхәмәт һорап ялбарам. 2 Хозурында аһ-зарымды түгәм, Ҡайғыларымды бушатам. 3 Рухым төшкән саҡтарҙа ла, Ҡайһы юлдан йөрөгәнемде беләһең. Һуҡмағыма йәшерен тоҙаҡ ҡоролған ине. 4 Уң яғыма ҡара ла күр, Бер кем дә мине һанламай. Һыйынырлыҡ урыным ҡалманы, Йәнемде хәстәрләгән кеше юҡ. 5 Йә, Раббы, Һиңә ялбарып әйттем: «Һин – минең һыйынсым, Тереләр донъяһында насибым!» 6 Һыҡтауыма ҡолаҡ һал, тәҡәтем бөттө, Мине эҙәрләүселәрҙән ҡотҡар, Улар минән көслөрәктәр. 7 Йәнемде зиндандан сығар, Мин исемеңә рәхмәт уҡырмын. Һин миңә игелектәр ҡылғанда, Тәҡүәләр әйләнәмә тупланыр. |
© Bible Society in Russia, 2002-2007, 2010-2012, 2018.
Bible Society in Russia