Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -

Зәбүр 130 - Башкирский ВЗ (неполный)

1 Дауыттың ҡорамға артылыусылар йыры. Йә Раббы, күңелемдә тәкәбберлек юҡ минең, Күҙҙәрем һауаланып баҡманы. Ҡулымдан килмәҫтәй юғары, Иҫ китерлек нәмәләргә ынтылманым.

2 Әсә ҡуйынында тынысланған Имсәк бала һымаҡ минең йәнем, Эйе, йәнем имсәк бала һымаҡ.

3 Эй Исраил, хәҙер ҙә, мәңге лә Раббыға өмөт бағла һин!

© Bible Society in Russia, 2002-2007, 2010-2012, 2018.

Bible Society in Russia
ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:



ကြော်ငြာတွေ