Сығыу 11 - Башкирский ВЗ (неполный)Беренсе булып тыуған ир балаларҙың үлеме 1 Раббы Мусаға: – Мин фирғәүенгә һәм Мысырға яңы ҡаза күндерәм. Бынан һуң ул һеҙҙе бынан ебәрер. Ебәреү генә түгел, ҡыуып сығарыр, – тине. – 2 Ә һин халыҡҡа әйт, ирҙәр ҙә, ҡатындар ҙа күршеләренән алтын-көмөш әйберҙәр һорап алһын. 3 Раббы мысырҙарҙың күңелендә Исраил халҡына ҡарата миһырбан тойғоһо уятты. Ә Мусаның үҙен Мысырҙа фирғәүендең ярандары ла, халҡы ла бөйөк ир-уҙаман тип һанай ине. 4 Муса фирғәүенгә: – Раббы былай ти: «Төн уртаһында Мысыр буйлап үтермен. 5 Был илдә тәхеттә ултырған фирғәүен улынан алып, тирмәндәге ҡолиәнең улына тиклем һәр мысырҙың баш ир балаһы вафат булыр. Хатта мал-тыуарҙың да тәүге түле үлер. 6 Бөтә Мысыр ерендә иңрәү торор. Ундай иңрәүҙең быға тиклем дә булғаны юҡ, бынан ары ла булмаҫ. 7 Ә исраилдарға ла, уларҙың мал-тыуарына ла хатта бер эт тә өрмәҫ. Шул сағында Раббының исраилдар менән мысырҙарҙы нисек айырып ҡарағанын күрерһегеҙ». 8 – Шунан ошо ярандарың бөтәһе лә алдыма килеп эйелер, – тип тамамлап ҡуйҙы Муса. – «Үҙең дә, һин әйҙәгән халыҡ та тиҙерәк китһен», тип ялбарыр. Ана шул сағында мин китермен. Муса фирғәүен янынан бик ныҡ асыуланып сығып китте. 9 Раббы Мусаға: «Фирғәүенде һеҙҙең һүҙҙәрегеҙгә ҡолаҡ һалмаҫлыҡ иттем. Мысыр ерендә тағы ла күберәк мөғжизәләр ҡылыр өсөн эшләнем Мин быны», – тине. 10 Муса менән Һарун бөтә был мөғжизәләрҙе фирғәүен алдында күрһәттеләр. Ләкин фирғәүен, Раббы уның тиҫкәреләндергәнгә күрә, һаман ҡарышты, Исраил халҡына Мысырҙан китергә рөхсәт итмәне. |
© Bible Society in Russia, 2002-2007, 2010-2012, 2018.
Bible Society in Russia