Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -

Миха 6 - Башкирский ВЗ (неполный)


Раббы Үҙ халҡын хөкөмгә саҡыра

1 Раббының әйткәненә ҡолаҡ һалығыҙ: Тороғоҙ, дәғүәгеҙҙе тауҙар алдында белдерегеҙ, Ҡалҡыулыҡтар ишетһен тауышығыҙҙы.

2 Тауҙар һәм ерҙең ҡаҡшамаҫ нигеҙҙәре, Ишетегеҙ Раббының дәғүәһен. Раббы Үҙ халҡын хөкөмгә саҡыра, Исраил менән дәғүәләшә.

3 «Эй халҡым, һиңә ҡаршы Мин ни эшләнем? Һине Мин нисек йонсоттом, яуап ҡайтар, – ти Раббы. –

4 Һине Мысырҙан сығарҙым, Ҡоллоҡ йортонан йолоп алдым, Муса менән Һарунды, Мирйәмде Һинең алдыңдан ебәрҙем.

5 Халҡым Минең, иҫеңдәме Моав батшаһы Балаҡтың ниәттәрен, Беғор улы Билғамдың яуаптарын, Шиттимдан Гилгалғаса булғандарҙы Хәтергә ал, шунда аңларһың Раббының һиңә күрһәткән яҡшылығын».


Раббы кешенән нимә теләй?

6 Раббы алдына нимә менән баҫырмын, Юғарыларҙан Юғарыға нисек сәждә ҡылырмын? Тотош яндырыу ҡорбандары, Бер йәшлек башмаҡ килтерепме?

7 Меңләрләгән һарыҡ тәкәләрен, Ташҡын һымаҡ аҡҡан зәйтүн майын хуш күрерме Раббы? Енәйәтем өсөн – баш баламды килтерәйемме? Гонаһым өсөн – йөрәк ярып сыҡҡан сабыйымды?

8 Эй кеше, Раббы һиңә нимә яҡшы икәнен белдерҙе: Раббы һинән талап иткән нәмә: Ғәҙеллек ҡыл, мөхәббәтле булыуҙы ярат, Аллаға күндәмлек күрһәтеп йәшә.

9 Раббынан ҡурҡыу иһә – аҡыл билдәһе. Тыңлағыҙ! Раббы ҡалаға һөрән һала: «Эй ҡалаға йыйылған йәмғиәт, ишет! Ҡалала йәшәүселәр, ҡолаҡ һалығыҙ!

10 Ямандарҙың өйөндәге харам мал-байлыҡҡа, Ҡәһәр төшкөр ялған үлсәүҙәргә түҙеп тораммы ни?

11 Боҙоҡ бизмән, ялған герҙәр менән эш итеүсене аҡлай буламмы?

12 Был ҡаланың байҙары кеше талай, Ябай халыҡ алдаҡ һөйләй, ауыҙҙары мәкер сәсә.

13 Эй ҡала, шуға күрә һине тар-мар итермен, Гонаһтарың өсөн буш ҡалырһың.

14 Ҡорһаҡ тултырып ашарһың – туймаҫһың, Ҡарының гелән ас ҡалыр; Байлыҡ йыйырһың – һаҡлай алмаҫһың, Ҡалғанына ҡылыс йүнәлтермен.

15 Сәсерһең, ләкин урмаҫһың, Зәйтүн һығырһың, май һөртөнмәҫһең, Йөҙөм иҙерһең, шарабын эсә алмаҫһың.

16 Ғомри батшаның ҡағиҙәләрен үтәп, Ахав йортоноң йолаларын тоттоғоҙ; Улар кәңәшенә тоғроһоғоҙ. Шуға күрә һине бушлыҡҡа әйләндерәм, Ҡала халҡын хурлыҡҡа ҡалдырам, Ҡәүемдәр өсөн мәсхәрә булырһығыҙ.

© Bible Society in Russia, 2002-2007, 2010-2012, 2018.

Bible Society in Russia
ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:



ကြော်ငြာတွေ