Левиҙәр 1 - Башкирский ВЗ (неполный)1 Раббы, Мусаны саҡырып, Осрашыу сатырынан уға былай тине: 2 – Исраил халҡына иғлан ит, әйт уларға: арағыҙҙан берәйһе Раббыға мал-тыуарҙан ҡорбан килтерһә, ҡорбаны эре йәки ваҡ мал булһын. Тотош яндырыу ҡорбаны 3 Әгәр тотош яндырыу ҡорбаны эре малдан икән, ул кәмселекһеҙ үгеҙ башмаҡ булһын. Был ҡорбан Раббы тарафынан ҡабул булһын өсөн, ҡорбан килтереүсе уны Осрашыу сатыры ауыҙына алып килһен 4 ҡулын тотош яндырыу ҡорбаны итеп килтерелгән малдың башына ҡуйһын; һөҙөмтәлә, Раббы ҡорбанды ҡабул итеп, ул кеше гонаһтарынан пакланыр. 5 Ҡорбан килтереүсе башмаҡты Раббы хозурында салһын. Һарун улдары – ҡаһиндар, башмаҡтың ҡанын алып, Осрашыу сатыры ауыҙы эргәһендәге ҡорбан усағының һәр яғына һирпһен. 6 Ҡорбан килтереүсе тотош яндырыу ҡорбанын тунаһын һәм киҫәктәргә бүлгеләһен. 7 Һарун ҡаһиндың улдары – ҡорбан усағына ҡуҙ һалып, өҫтөнә утын теҙһен. 8 Улар башмаҡтың бүлгеләнгән киҫәктәрен, башын һәм майын усаҡта янған утын өҫтөнә һалһын. 9 Ҡорбан килтереүсе малдың эсәк-ҡарынын һәм тояҡтарын һыу менән йыуғас, ҡаһин уларҙың барыһын да усаҡта яндырһын. Был – тотош яндырыу ҡорбаны, ут ҡорбаны – Раббыға күркәм хуш еҫ. 10 Әгәр тотош яндырыу ҡорбаны ваҡ мал – һарыҡ йәки кәзә икән, ҡорбаны кәмселекһеҙ тәкә булһын. 11 Ҡорбан килтереүсе уны ҡорбан усағының төньяғында, Раббы хозурында салһын. Ә Һарун улдары – ҡаһиндар – уның ҡанын ҡорбан усағының һәр яғына һирпһен. 12 Ҡорбан килтереүсе, башын, майын айырып алып, ҡорбанды киҫәктәргә бүлгеләһен. Ҡаһин уларҙы ҡорбан усағында янып ятҡан утын өҫтөнә теҙһен. 13 Ҡорбан килтереүсе малдың эсәк-ҡарынын һәм тояҡтарын һыу менән йыуғандан һуң, ҡаһин уларҙы ҡорбан усағында яндырһын. Был – тотош яндырыу ҡорбаны, ут ҡорбаны – Раббыға күркәм хуш еҫ. 14 Әгәр ҙә тотош яндырыу ҡорбаны ҡош икән, Раббыға алатуба йәки күгәрсен балаһы килтерелһен. 15 Ҡаһин уны ҡорбан усағына алып килһен, башын өҙөп алып, усаҡта яндырһын; ҡанын иһә усаҡтың яҡ-яғына ағыҙһын. 16 Ҡоштоң бөрләтәүе менән нәжесен усаҡтың көнсығыш яғындағы көллөккә ташлаһын. 17 Ҡанаттарынан тотоп, ҡошто йыртһын, әммә икегә айырмаһын. Шунан уны ҡорбан усағындағы утын өҫтөнә һалып яндырһын. Был – тотош яндырыу ҡорбаны, ут ҡорбаны – Раббыға күркәм хуш еҫ. |
© Bible Society in Russia, 2002-2007, 2010-2012, 2018.
Bible Society in Russia