Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -

Йырҙар йыры 3 - Башкирский ВЗ (неполный)


Ҡыҙ

1 Төнө буйы түшәгемдә Йән һөйгәнемде эҙләнем. Эҙләнем, тик таба алманым.

2 «Торайым, ҡаланы әйләнәйем, Урамдарҙан, майҙандарҙан йөрөп Йән һөйгәнемде эҙләйем», – тинем. Эҙләнем, тик таба алманым.

3 Ҡала буйлап йөрөгән һаҡсыларҙы осраттым, Һораным: «Күрмәнегеҙме һөйгәнемде?»

4 Улар янынан китеүем булды, Йән һөйгәнемде мин таптым. Ҡосаҡлап алдым да ебәрмәнем; Уны әсәйем өйөнә, Мине тапҡан әсәм бүлмәһенә алып ҡайттым.

5 Ғәзәлдәр һәм боландар хаҡына Ялбарамын һеҙгә, эй Йәрүсәлим ҡыҙҙары! Беҙҙе был һөйөүҙән уятмағыҙ, ҡуҙғатмағыҙ, Танһығыбыҙ ҡанғанғаса ҡалһын.


Ҡыҙҙың әхирәттәре

6 Ни был сүлдән күтәрелгән Төтөн бағанаһы һымаҡ килгән, Сауҙагәрҙең төрлө хушбуйҙары, Мирра-ладан еҫен таратҡан?

7 Был – Сөләймәндең тәхет-түшәге! Алтмыш баһадир уратҡан уны, Исраилдың батыр егеттәре.

8 Барыһы ла ҡылыс таҡҡан, Оҫта һуғышсылар. Төнгө дәһшәттән һаҡланыу өсөн Һәммәһенең ҡылысы билендә.

9 Сөләймән батша тәхет-түшәген Ливан ағастарынан яһатҡан.

10 Терәүҙәре – көмөш, һөйәнгесе – алтын. Ултырғысы ҡуйы ҡыҙыл туҡыманан. Йәрүсәлимдең ҡыҙҙары уның эсен Мөхәббәт менән биҙәгән.

11 Сион ҡыҙҙары, сығығыҙ, Туй көнөндә, йөрәге шатлыҡҡа тулған көндә, Әсәһе биргән таж кейгән Сөләймәнгә ҡарағыҙ!

© Bible Society in Russia, 2002-2007, 2010-2012, 2018.

Bible Society in Russia
ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:



ကြော်ငြာတွေ