Ишағыяһ 18 - Башкирский ВЗ (неполный)Раббы Кушты язалаясаҡ 1 Куш йылғаларының аръяғына, Бөжәк ҡанаттарының шауы яңғыраған илгә – ҡайғы! 2 Диңгеҙ юлы менән, ҡамыш кәмәләрҙә Был ил илселәр ебәрер. Барығыҙ, етеҙ илселәр, Йылғалар бүлгесләгән ул илгә, Оҙон буйлы, шыма тәнле ҡәүемгә, Һәр тарафҡа ҡурҡыу һалған, Сәйер телдә һөйләшкән халыҡҡа, Көслө һәм баҫҡынсыл милләткә бар! 3 Эй һеҙ, донъяны төйәк иткәндәр, Ер йөҙөндә йәшәгәндәр! Тауҙа әләм күтәрелгәс – күрерһегеҙ! Борғо ҡысҡыртҡас – ишетерһегеҙ! 4 Сөнки Раббы миңә былай тине: «Ҡояш нурынан яралған эҫе, Ураҡ мәлендәге ысыҡ болотолай, Торлағымдан тыныс ҡына ҡарап торасаҡмын». 5 Йөҙөм сәскәләрен ҡойоп, емештәре тумалғас, Уңыш өлгөргәнде көтмәйенсә, Раббы баҡсасы бысағы менән үҫентеләрҙе ҡырҡасаҡ, Үҫентеләр киҫеп алынасаҡ. 6 Барыһы ла тауҙарҙа йыртҡыс ҡоштарға, Ҡырағай йәнлектәргә ҡаласаҡ. Йәйгеһен йыртҡыс ҡоштарға, Ҡыш ҡырағай йәнлектәргә ем буласаҡ. 7 Шул саҡ йылғалар бүлгесләнгән ил, Оҙон буйлы, шыма тәнле ҡәүем; Тирә-яҡҡа ҡурҡыу һалған, Сәйер бер телдә һөйләшкән халыҡ; Көслө һәм баҫҡынсыл милләт Күк ғәскәрҙәре Раббыһына бүләк килтерер. Күк ғәскәрҙәре Раббыһының исеме төйәкләнгән урынға – Сион тауына килтерер уны. |
© Bible Society in Russia, 2002-2007, 2010-2012, 2018.
Bible Society in Russia