Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -

Ишағыяһ 12 - Башкирский ВЗ (неполный)


Ҡотолғандарҙың рәхмәт йыры

1 Эй Исраил, ул көндө әйтерһең: «Шөкөрана ҡылам Һиңә, Раббы! Һин миңә асыулы инең, Инде асыуың баҫылды, Миңә һин йыуаныс бирәһең.

2 Алла – Ҡотҡарыусым минең, Уға өмөт бағлайым һәм ҡурҡмайым; Сөнки Раббы Аллабыҙ – ҡеүәтем, йырым, Ул минең ҡотҡарыусым!»

3 Ҡыуанышып ҡотолоу шишмәләренән һыу алырһығыҙ.

4 Ул көндө һеҙ әйтерһегеҙ: «Раббыға шөкөр итегеҙ, Уны исеме менән саҡырығыҙ. Халыҡтарға Уның ғәмәлдәрен белдерегеҙ, Исеменең бөйөклөгөн һөйләгеҙ!

5 Раббыға мәҙхиә йырлағыҙ, Сөнки күркәм эштәр ҡылды. Был бөтә ер йөҙөндә билдәле булһын.

6 Эй Сион халҡы, күңел ас, шатлыҡ ауазы яңғырап торһон – Исраилдың Изгеһе һеҙҙең арала, Ул бөйөк!»

© Bible Society in Russia, 2002-2007, 2010-2012, 2018.

Bible Society in Russia
ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:



ကြော်ငြာတွေ