Һошеяғ 3 - Башкирский ВЗ (неполный)Һошеяғ һәм уның хыянатсыл ҡатыны 1 Раббы миңә: – Башҡа бер ир менән уйнаш иткән ҡатыныңды әүәлгесә ярата бир – бүтән илаһтарға табынып, уларға саҙаҡа итеп килтерелгән йөҙөм көлсәләрен үҙ иткән Исраил халҡын Раббы ла шулай ярата, – тине. 2 Шулай итеп, мин уны ун биш шекел көмөш һәм бер ярым хомер арпа түләп һатып алдым да: 3 – Миндә әле оҙаҡ йәшәрһең, тик уйнаш итмә, башҡа ир менән булып зина ҡылма – шул саҡ мин һинеке булырмын, – тинем. 4 Был Исраил халҡы оҙаҡ ваҡыт батшаһыҙ һәм башлыҡһыҙ, ҡорбанһыҙ һәм табыныу бағаналарыһыҙ, эфодһыҙ һәм йорт илаһтарыһыҙ йәшәйәсәк тигәнде аңлата. 5 Шунан Исраил халҡы боролоп үҙҙәренең Аллаһы Раббыны, батшалары Дауытты эҙләйәсәк, Раббы һәм уның игелектәре алдында тетрәнеп киләсәктә Уға әйләнеп ҡайтасаҡ. |
© Bible Society in Russia, 2002-2007, 2010-2012, 2018.
Bible Society in Russia