Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -

Әйтемдәре 1 - Башкирский ВЗ (неполный)


Хикмәттәрҙең файҙаһы

1 Исраил батшаһы Сөләймән Дауыт улының хикмәттәре:

2 Аҡыл һәм нәсихәтте өйрәнмәк өсөн, фәһемле һүҙҙәрҙең асылын төшөнмәк өсөн,

3 аҡыллы күрһәтмәләрҙе, тәҡүәлек, ғәҙеллек, намыҫлылыҡты үҙләштермәк өсөн,

4 бер ҡатлыларға аҡыл, йәштәргә белем һәм зирәклек бирмәк өсөн;

5 хәйер, аҡыл эйәһе лә, ҡолаҡ һалып белемен арттырыр, белдекле лә кәрәкле кәңәш табыр,

6 хикмәтле һәм кинәйәле һүҙҙең, аҡыл эйәләре әйткәндәрҙең һәм йомаҡтың асылын аңлар.

7 Ғилемдең башы – Раббынан ҡурҡыу. Ахмаҡ ҡына аҡыл менән тәрбиәне һанға һуҡмай.


Йәштәргә нәсихәт

8 Улым, ата нәсихәтен тыңла, әсәйеңдең өгөттәрен кире ҡаҡма;

9 сөнки улар – башыңа гүзәл таж, муйыныңа аҫыл биҙәк булыр.

10 Улым, боҙоҡ әҙәмдәр аҙҙырырға маташһа, улар артынан эйәрә күрмә,

11 «Әйҙә, беҙҙең менән, берәйһен һағалап тороп үлтерәйек, ғәйепһеҙгә ҡул һалайыҡ», – тиер улар, –

12 үлеләр донъяһы һымаҡ тереләй йоторбоҙ, Тотошлай ҡәбергә тығырбыҙ.

13 Биниһая мал-мөлкәт йыйырбыҙ, йортобоҙҙы яумал менән тултырырбыҙ.

14 Беҙҙең менән бергә йәрәбә һалырһың, табышыбыҙ уртаҡ булыр, тип әйтһәләр,

15 улым, аслан улар менән юлдаш булма, улар һуҡмағына аяҡ баҫма;

16 сөнки улар ҡан ҡойорға ашыға, аяҡтары яманлыҡҡа табан саба.

17 Ҡанатлы ҡоштарҙың күҙ алында ау ҡороуҙан фәтүә юҡ.

18 Шуның ише улар кешегә ҡорған боҫҡон үҙ ҡандары ҡойолоуға, үҙ йәндәре ҡыйылыуға сәбәп булыр.

19 Кеше байлығына ҡыҙығыусының ахыры бер: ҡомһоҙлоғо үҙ башына етә.


Аҡыл бер ҡатлыларҙы фашлай

20 Аҡыл – зирәк ҡатын – урамда һөрән һала, ауазы майҙандарҙа яңғырай,

21 ғәм халыҡ араһында яр һала, ҡала ҡапҡаһы төбөндә телмәр тота:

22 «Эй моңһоҙҙар, ҡасанғаса бер ҡатлы булып йөрөрһөгөҙ, һеҙ, битһеҙҙәр, ҡасанғаса һөмһөҙләнерһегеҙ, наҙандар, ҡасанға тиклем аң-белемде ек күрерһегеҙ?

23 Әгәр шелтәмә ҡолаҡ һалһағыҙ, рухымды өҫтөгөҙгә түгермен, әйтер һүҙҙәремде еткерермен.

24 Мин саҡырҙым – һеҙ тыңламанығыҙ, ҡулымды һуҙҙым – һис берәү иғтибар бирмәй.

25 Бөтә кәңәштәремде кире ҡаҡтығыҙ, шелтә һүҙҙәремде ҡабул итмәнегеҙ.

26 Ярай, мин дә һеҙҙең бәхетһеҙлектән көлөрмөн, һеҙгә афәт килгән саҡта,

27 дауылдай дәһшәт ябырылғанда, ғәрәсәттәй бәлә килгән мәлдә, ауыр ғазаптар, ыҙа-яфа иҙгәндә мин дә мыҫҡыллап көлөрмөн.

28 Шунда мине саҡырырҙар – өндәшмәҫмен, эҙләп-эҙләп тә таба алмаҫтар.

29 Белемде ек күргәнгә, Раббынан ҡурҡыуҙан баш тартҡанға,

30 кәңәшемә ҡолаҡ һалмағанға, шелтә һүҙҙәремде инҡар иткәнгә күрә –

31 эштәренең әсе емешен татыр, яман ниәттәре менән туйыныр улар.

32 Сөнки томананы кирелеге харап итер, аҡылһыҙҙы ғәмһеҙлеге бөлдөрөр.

33 Мине тыңлағандар иһә яуызлыҡтан ҡурҡмайынса, имен һәм хәүефһеҙ йәшәр».

© Bible Society in Russia, 2002-2007, 2010-2012, 2018.

Bible Society in Russia
ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:



ကြော်ငြာတွေ