Ғәмәлдәр 23 - Инжил1 Павел Юғары кәңәшмә ағзаларына ҡарап: – Туғандар! – тине. – Бөгөнгө көнгәсә Алла ҡаршыһында саф выждан менән йәшәнем. 2 Иң баш рухани Анания Павел янында тороусыларға уның ауыҙына һуғырға ҡушты. 3 Павел уға: – Эй һин, ағартылған диуар, һине Алла һуғасаҡ! Һин ҡанун буйынса мине хөкөм итергә тип ултыраһың, ә үҙең ҡанунға ҡаршы килеп, миңә һуғырға әмер бирәһең, – тине. 4 – Һин Алланың иң баш руханийын мыҫҡыл итәһеңме? – тинеләр уның янында тороусылар. 5 – Мин, туғандар, уның иң баш рухани икәнен белмәнем, – тине Павел. – Изге Яҙмала: «Үҙ халҡың менән идара иткән кеше тураһында насар һөйләмә», – тип яҙылған бит. 6 Бындағыларҙың бер өлөшө саддукейҙар, икенсе өлөшө фарисейҙар икәнлеген белгәндән һуң, Павел ҡысҡырып: – Туғандар! Минең ата-бабаларым фарисей булған, үҙем дә фарисей. Мине үлеләрҙең терелеүенә өмөт бағлауым өсөн хөкөм итәләр, – тине. 7 Ул шулай тигәс тә фарисейҙар менән саддукейҙар араһында ҡаты бәхәс ҡупты һәм йыйылыш икегә бүленде. 8 Сөнки саддукейҙар үленән терелеү ҙә, фәрештәләр ҙә, рухтар ҙа юҡ тиҙәр, ә фарисейҙар быларҙың бөтәһенә лә ышана. 9 Ҙур ғауға ҡупты, фарисейҙарҙан булған ҡанун белгестәре ҡаты бәхәсләште. – Беҙ был кешелә һис бер насарлыҡ күрмәйбеҙ. Бәлки уға рух йәки фәрештә әйткәндер, – тине улар. 10 Ыҙғыш көсәйгәнлектән, ғәскәриҙәр башлығы, Павелды өҙгөләп ташлауҙарынан ҡурҡып, ғәскәриҙәргә аҫҡа төшөп уны ундағы кешеләр араһынан алырға һәм нығытмаға илтергә әмер бирҙе. 11 Алдағы төндә Павел янына Раббы килде. – Ныҡ бул! Иерусалимда Минең хаҡта нисек шаһитлыҡ ҡылған булһаң, Римда ла шулай шаһитлыҡ бирергә тейешһең, – тине Раббы. Йәһүдтәрҙең Павелды үлтерергә һүҙ ҡуйышыуы 12 Көн тыуғас, ҡайһы бер йәһүдтәр бергә йыйылып яуыз ниәт ҡорҙо һәм Павелды үлтергәнгә тиклем ашамаҫҡа-эсмәҫкә ант итте. 13 Ант итеүселәрҙең һаны ҡырҡтан ашыу ине. 14 Улар баш руханиҙар һәм аҡһаҡалдар алдына барып: – Беҙ Павелды үлтермәй тороп бер нәмә лә ашамаҫҡа тантаналы рәүештә ант иттек. 15 Ә һеҙ хәҙер, Юғары кәңәшмә менән бергә уның хаҡындағы эште теүәлерәк тикшерергә теләйбеҙ тигән булып, ғәскәриҙәр башлығынан уны янығыҙға сығарыуын һорағыҙ. Беҙ әҙер генә торорбоҙ ҙа уны юлда саҡта үлтерербеҙ, – тинеләр. 16 Павелдың һеңлеһенең улы, уларҙың яуыз ниәт ҡороуҙары тураһында ишетеп, нығытмаға барып быны Павелға еткерҙе. 17 Павел иһә, йөҙбашыларҙың береһен саҡырып: – Был егетте ғәскәриҙәр башлығы янына алып бар, уның әйтәһе һүҙе бар, – тине. 18 Йөҙбашы егетте ғәскәриҙәр башлығы янына алып килде: – Тотҡон Павел мине саҡырып алды ла, был егетте һинең яныңа килтереүемде һораны. Ул һиңә ниҙер әйтергә теләй. 19 Ғәскәриҙәр башлығы егетте ҡулынан тотоп ситкәрәк алып китте. – Һин миңә нимә әйтергә теләйһең? – тип һораны унан. 20 – Йәһүдтәр, Павел хаҡындағы эште теүәлерәк тикшереү өсөн тигән булып, иртәгә һинән Павелды Юғары кәңәшмә алдына килтереүегеҙҙе һорарға һүҙ ҡуйышҡандар, – тип яуап бирҙе егет. – 21 Ләкин һин уларҙы тыңлама, сөнки Павелды үлтергәнгә тиклем ашамаҫҡа һәм эсмәҫкә ант иткән ҡырҡтан ашыу кеше уны һағалап тора. Улар инде Павелды үлтерергә әҙер, һеҙҙең һүҙегеҙҙе генә көтәләр. 22 Шунан һуң ғәскәриҙәр башлығы: – Быны миңә һөйләүең тураһында бер кемгә лә әйтмә, – тип егетте ҡайтарып ебәрҙе. Павелдың идарасы Феликсҡа ебәрелеүе 23 Ғәскәриҙәр башлығы ике йөҙбашын саҡырып алды. Уларға: – Ике йөҙ йәйәүле, етмеш һыбайлы һәм ике йөҙ уҡсы ғәскәр әҙерләгеҙ. Улар киске сәғәт туғыҙҙа Кесарияға китһен. 24 Павелды ултыртып алып барырға ла аттар әҙер булһын. Уны идарасы Феликс янына хәүеф-хәтәрһеҙ алып барып еткерегеҙ, – тине 25 һәм ошондай йөкмәткеле хат яҙҙы: 26 «Клавдий Лисийҙан мөхтәрәм идарасы Феликсҡа сәләм! 27 Йәһүдтәр был кешене тотоп, үлтерергә йыйына ине. Мин, уның Рим гражданы икәнен белгәс, ғәскәриҙәр менән барып ҡотҡарып алып ҡалдым. 28 Аҙаҡ, уны ни өсөн ғәйепләүҙәрен белергә теләп, ул кешене йәһүдтәрҙең Юғары кәңәшмәһенә алып барҙым 29 һәм ғәйепләүҙең йәһүдтәр ҡанунына ҡағылышлы икәнлеген белдем. Әммә уны үлемгә йәки бығауларға дусар итерлек ғәйеп табып булманы. 30 Был кешегә ҡарата ҡорған яуыз ниәт тураһында ишеткәс, мин уны тиҙ арала һиңә ебәрҙем, ғәйепләүселәргә һинең алда уға ҡаршы фекерҙәрен әйтергә әмер бирҙем». 31 Шулай итеп, ғәскәриҙәр, үҙҙәренә бирелгән әмерҙе үтәп, төндә Павелды Антипатридаға алып китте. 32 Ә икенсе көндө, Павелды атлы ғәскәриҙәргә тапшырып, йәйәүлеләре нығытмаға кире ҡайтты. 33 Кесарияға барып еткәс, ғәскәриҙәр идарасыға хатты биреп, Павелды уның ҡарамағына тапшырҙы. 34 Идарасы хатты уҡып сыҡҡас, Павелдың ҡайһы өлкәнән булыуын һораны. Киликиянан икәнен белгәс, 35 был эште ғәйепләүселәр килгәс кенә тыңлаясағын әйтте. Ә Павелды Ирод һарайы төрмәһендә һаҡ аҫтында тоторға ҡушты. |
© Институт перевода Библии, 2014
Institute for Bible Translation, Russia