Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -

Ғәмәлдәр 22 - Инжил


Павелдың Иерусалимда һөйләгән телмәре

1 – Атайҙар һәм ағай-эне! Үҙемде яҡлап бер нисә һүҙ әйтергә рөхсәт итегеҙ, – тине Павел.

2 Уның үҙҙәре менән йәһүд телендә һөйләшкәнен ишетеп, халыҡ тынып ҡалды.

3 – Мин – йәһүд, – тине ул. – Киликияның Тарс ҡалаһында тыуҙым, Иерусалимда тәрбиәләндем. Хөрмәтле Гамалиилдың шәкерте булып, атайҙар ҡанунына ентекләп өйрәтелдем. Мин дә, бөгөнгө һеҙҙең һәммәгеҙ кеүек үк, Аллаға бик ныҡ бирелгән кеше.

4 Мин был юлдан барыусыларҙы үлемгә еткергәнгә тиклем эҙәрлекләнем, ир-атты ла, ҡатын-ҡыҙҙы ла бығаулап төрмәләргә ташлаттым.

5 Бының шулай икәнлеген баш рухани һәм аҡһаҡалдар кәңәшмәһе раҫлай ала. Мин уларҙан Дамаскыла йәшәүсе йәһүдтәргә хат алып, шул юлдан барыусыларҙы язалау өсөн бығаулап Иерусалимға килтерергә тип, Дамаскыға бара инем.

6 Дамаскыға яҡынлашып килгәндә, көн уртаһындараҡ, ҡапыл күктән сағыу яҡтылыҡ төштө һәм тирә-яғым яҡтырып китте.

7 Мин ергә йығылдым һәм: «Савл, Савл! Ниңә һин Мине эҙәрлекләйһең?» – тигән тауыш ишеттем.

8 «Һин кем, Әфәнде?» – тип һораным. «Мин – һин эҙәрлекләгән назаралы Ғайса», – тине Ул миңә.

9 Минең менән бергә булған кешеләр яҡтылыҡты күрҙе, ләкин миңә Һөйләүсенең тауышын ишетмәне.

10 Мин Унан: «Әфәндем, миңә нимә эшләргә?» – тип һораным. «Тор ҙа Дамаскыға бар, унда һиңә билдәләп ҡуйылған барлыҡ эштәр тураһында әйтерҙәр», – тине миңә Раббы.

11 Көслө яҡтылыҡтан һуҡырайғанға күрә, минең менән булған кешеләр мине Дамаскыға етәкләп алып барҙы.

12 Дамаскыла йәшәүсе, бөтә йәһүдтәр араһында хөрмәтле, диндар һәм ҡанунға тоғро Анания исемле берәү

13 яныма килде лә: «Савл туған! Күҙҙәрең асылһын», – тине. Шунда уҡ күҙҙәрем асылды һәм мин уны күрҙем.

14 «Ата-бабаларыбыҙҙың Аллаһы Үҙ ихтыярын белергә, Хаҡ булғанды күреп, Уның тауышын ишетергә һине алдан билдәләне, – тине Анания. –

15 Һин бөтә кешеләргә күргәндәреңде һәм ишеткәндәреңде һөйләп, Уның тураһында шаһитлыҡ ҡылырһың.

16 Шулай итеп, тағы нимә көтөргә? Тор ҙа һыуға сумдырылыу йолаһын үт, Раббыға мөрәжәғәт итеп, гонаһтарыңды йыуып төшөр», – тине ул.

17 Иерусалимға ҡайтып, Алла Йортонда ғибәҙәт ҡылған ваҡытта миңә илаһи күренмеш килде һәм мин

18 Раббыны күрҙем. Ул миңә: «Тиҙерәк бул, Иерусалимдан йәһәтерәк кит, сөнки бында Минең хаҡтағы шаһитлығыңды ҡабул итмәйәсәктәр», – тине.

19 «Раббым! – тинем мин. – Ғибәҙәтхананан-ғибәҙәтханаға йөрөп, Һиңә инанған кешеләрҙе төрмәгә ултыртыуым һәм туҡмауым хаҡында улар белә.

20 Һинең хаҡта шаһитлыҡ ҡылыусы Стефандың ҡаны ҡойолған ваҡытта мин шунда инем. Мин уны үлтереүҙе хупланым, үлтереүселәрҙең кейемдәрен һаҡлап торҙом», – тип яуап бирҙем.

21 Раббы миңә: «Бар, Мин һине алыҫҡа, башҡа халыҡтар янына ебәрәм», – тине.


Павел – Рим гражданы

22 Ошо һүҙҙәрҙе әйткәнсе Павелды тыңланылар, ә унан: – Был әҙәмде ер йөҙөнән юҡ итергә! Бындай кеше йәшәргә тейеш түгел! – тип ҡысҡыра башланылар.

23 Улар аҡыра-аҡыра кейемдәрен өҫкә күтәреп болғаны. Һауала туҙан туҙҙырҙылар.

24 Ғәскәриҙәр башлығы Павелды нығытмаға алып китергә әмер бирҙе. Уға ҡаршы шул тиклем аҡырыуҙарҙың сәбәбен белер өсөн, уны ҡамсылап һорау алырға бойорҙо.

25 Ләкин уны ҡайыштар менән бәйләгән саҡта Павел үҙ янында торған йөҙбашынан: – Рим гражданын хөкөм итмәй тороп ҡамсыларға рөхсәт ителәме ни һеҙгә? – тип һораны.

26 Йөҙбашы, быны ишеткәс, ғәскәриҙәр башлығына барып: – Һин нимә эшләйһең? Был бит Рим гражданы, – тине.

27 Шунан һуң ғәскәриҙәр башлығы Павел янына килде: – Әйт әле миңә, һин Рим гражданымы? – Эйе, – тине Павел.

28 – Мин иһә был гражданлыҡты күп аҡса түләп алдым, – тип яуап бирҙе ғәскәриҙәр башлығы. – Ә мин шул гражданлыҡта тыуҙым, – тине Павел.

29 Һорау алырға теләүселәр шунда уҡ уның янынан ситкәрәк китте, ә ғәскәриҙәр башлығы, Павелдың Рим гражданы икәнен белгәс, уны бәйләргә ҡушҡаны өсөн ҡурҡыуға төштө.


Павел Юғары кәңәшмә алдында

30 Икенсе көндө, йәһүдтәрҙең Павелды ни өсөн ғәйепләүен аныҡ белергә теләп, ғәскәриҙәр башлығы баш руханиҙарға, Юғары кәңәшмә ағзаларының бөтәһенә лә йыйылырға әмер бирҙе һәм Павелды, бығауҙарын систереп, улар алдына баҫтырҙы.

© Институт перевода Библии, 2014

Institute for Bible Translation, Russia
ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:



ကြော်ငြာတွေ