Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -

Ғәмәлдәр 20 - Инжил


Павелдың Македонияға һәм Грецияға сәфәре

1 Боларыш туҡталғандан һуң Павел шәкерттәрҙе үҙ янына саҡырып алды, уларҙың күңелдәрен күтәрҙе һәм, һаубуллашып, Македония өлкәһенә китте.

2 Шул ерҙәрҙән үткәндә, иман тотоусыларҙы дәртләндереп, күп нәсихәттәр бирҙе. Павел Грецияла туҡталды.

3 Унда өс ай булғандан һуң һыу юлы менән Сүриәгә китергә тип торғанда, йәһүдтәр уға ҡаршы этлек ҡылырға һүҙ ҡуйышты. Шунлыҡтан ул Македония аша ҡайтырға тигән фекергә килде.

4 Уны Пирр улы вериялы Сосипатр, фессалоникаларҙан Аристарх һәм Секунд, Дервиянан Гай, шулай уҡ Тимофей һәм асиялылар Тихик менән Трофим оҙата барҙы.

5 Улар алдан китеп, беҙҙе Троада ҡалаһында көтөп торҙо.

6 Ә беҙ Сөсө күмәс байрамынан һуң Филиптан һыу юлы менән киттек һәм, биш көн тигәндә, улар янына Троадаға барып еттек. Беҙ унда ете көн булдыҡ.


Павелдың үлгән егетте терелтеүе

7 Аҙнаның беренсе көнөндә икмәк һындырып ашау йолаһына бергә йыйылдыҡ. Павел иман тотоусылар менән әңгәмә ҡороп ултырҙы һәм, икенсе көндө китергә ниәтләгәнлектән, һөйләшеү төн уртаһына тиклем һуҙылды.

8 Беҙ йыйылған өҫкө ҡаттағы бүлмәлә күп яҡтыртҡыстар яна ине.

9 Павел һөйләгән ваҡытта тәҙрә төбөндә ултырған Евтих исемле йәш егетте йоҡо баҫты һәм ул, йоҡлап китеп, өсөнсө ҡаттан йығылып төштө. Уны күтәреп алдылар – ул үле ине.

10 Павел урамға сығып егетте эйелеп ҡосаҡланы ла: – Борсолмағыҙ, уның йәне үҙендә әле, – тине.

11 Павел, йәнә бүлмәгә күтәрелеп, икмәк һындырып ашаны, унан тағы бик оҙаҡ, таң атҡансы шәкерттәр менән һөйләшеп ултырғандан һуң, иртә таңдан юлға сыҡты.

12 Ә теге йәш егетте өйөнә алып киткәндә, ул тере ине. Был хәлгә бар кеше ҡыуанды.


Павелдың Милит ҡалаһына китеүе

13 Беҙ карапҡа ултырып Асс ҡалаһына табан юл алдыҡ, унда Павел үҙен ултыртып алырға ҡушҡайны. Үҙе иһә ҡоро ерҙән барырға һәм шул ҡалала беҙгә ҡушылырға булды.

14 Асс ҡалаһында осрашҡас, Павелды алып, Митилина ҡалаһына барҙыҡ.

15 Унан киткәндең икенсе көнөндә Хиос утрауы ҡаршыһында туҡталдыҡ, ә иртәгәһен Самос утрауында инек һәм тағы бер көндән Милит ҡалаһына килеп еттек.

16 Павел, Асия өлкәһендә тотҡарланмаҫ өсөн, Ефесты ситләтеп уҙырға булды, сөнки ул мөмкинлек булғанда Уңыш байрамы еткәнсе Иерусалимға барып етергә ашыға ине.

17 Ул, Милиттан Ефесҡа кешеләр ебәреп, берҙәмлектәге өлкәндәрҙе саҡыртты.

18 Улар килеп еткәс: – Асия өлкәһендә һеҙҙең менән беренсе көндән үк нисек йәшәгәнемде үҙегеҙ беләһегеҙ, – тине уларға. –

19 Ҙур күндәмлек менән һәм күҙ йәштәремде күп түгеп, йәһүдтәрҙең яуыз ниәттәре арҡаһында килеп тыуған һынауҙар эсендә Раббыға хеҙмәт иттем.

20 Һеҙгә файҙалы булырҙай бер нәмәне лә бәйән итмәй ҡалдырманым, һеҙҙе халыҡ алдында ла, өйҙән-өйгә йөрөп тә өйрәттем.

21 Тәүбә итеп Аллаға табан боролоуҙың һәм Раббыбыҙ Ғайсаға инаныуҙың зарурлығы тураһында йәһүдтәргә лә, йәһүд булмағандарға ла етди рәүештә иғлан иттем.

22 Ә хәҙер, Рух ихтыярына буйһоноп, Иерусалимға барам. Мине унда нимә көтә? Мин белмәйем.

23 Фәҡәт шуны беләм: бөтә ҡалаларҙа мине бығауҙар һәм хәсрәт көтә. Изге Рух шулай раҫлай.

24 Ләкин минең өсөн үҙ тормошомдоң ҡәҙере юҡ, тик хеҙмәтемде һәм Раббы Ғайсанан ҡабул итеп алған эште – Алланың мәрхәмәте тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәз итеү вазифаһын теүәлләп ҡуйырға теләйем.

25 Хәҙер беләм: һеҙҙең арағыҙҙа йөрөп, Алла Батшалығын вәғәзләүемде ишеткән һәммәгеҙ ҙә мине бүтәнсә күрмәҫ.

26 Шуға күрә бөгөн һеҙгә әйтәм: әгәр берәйегеҙ һәләк булһа, бында минең ғәйебем юҡ.

27 Мин һеҙгә Алланың ихтыярын тулыһынса бәйән иттем.

28 Шулай итеп, үҙегеҙ һәм Изге Рух һеҙҙе көтөүсе итеп ҡуйған көтөү тураһында ҡайғыртығыҙ. Үҙ Улының ҡаны аша Алла Үҙенеке иткән берҙәмлеккә көтөүселәр булығыҙ.

29 Мин киткәндән һуң арағыҙға көтөүгә ҡарата рәхимһеҙ, аяуһыҙ бүреләрҙең киләсәген беләм.

30 Иман тотоусыларҙы үҙҙәренә эйәртеү өсөн һеҙҙең арағыҙҙан да ялған һөйләүселәр сығасаҡ.

31 Шуға күрә һаҡ булығыҙ, өс йыл буйы һеҙҙең һәр берегеҙгә күҙ йәштәрем аша көнө-төнө биргән нәсихәттәремде хәтерегеҙҙән сығармағыҙ.

32 Хәҙер һеҙҙе Алла ҡулына һәм Уның мәрхәмәтенә тапшырам. Уның һүҙе һеҙҙе тағы ла нығытырға һәм мираҫ аласаҡ барса изге ителгәндәр араһында үҙегеҙгә урын бирергә һәләтле.

33 Мин һис кемдең алтын-көмөшөнә лә, кейеменә лә ҡыҙыҡманым.

34 Үҙегеҙ беләһегеҙ, минең ихтыяждарымды һәм янымда булғандарҙың хәжәттәрен бына ошо ҡулдарым ҡәнәғәтләндерҙе.

35 Раббы Ғайсаның: «Алыуға ҡарағанда биреүҙә бәхет күберәк», – тигән һүҙҙәрен иҫтә тотоп, тырышлыҡ һалып хәлһеҙҙәргә ярҙам итеү фарыз. Шулай эшләргә кәрәклекте мин һәр эштә күрһәттем, – тине Павел.

36 Һөйләп бөткәс, тубыҡланып, улар менән бергә доға ҡылды.

37 Бөтөнөһө илап, Павелды ҡосаҡлап үпте.

38 Бигерәк тә уның «Мине ҡабат күрмәҫһегеҙ инде» тигән һүҙҙәренә ҡайғырҙылар. Бынан һуң уны карапҡаса оҙата барҙылар.

© Институт перевода Библии, 2014

Institute for Bible Translation, Russia
ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:



ကြော်ငြာတွေ