Ғәмәлдәр 18 - ИнжилПавел Коринф ҡалаһында 1 Бынан һуң Павел Афинанан китте һәм Коринф ҡалаһына килде. 2 Ул унда Акила атлы бер йәһүдте һәм уның Прискилла исемле ҡатынын осратты. Клавдий ҡайсар бөтөн йәһүдтәргә Римдан китергә әмер биргәнлектән, сығышы менән Понт өлкәһенән булған Акила ҡатыны менән күптән түгел Италиянан килгәйне. Павел улар янына барҙы. 3 Һөнәрҙәре бер үк булыу сәбәпле, Павел шунда ҡалды һәм улар менән бергә эшләне. Кәсептәре сатыр яһау ине. 4 Һәр шәмбе көндө ул ғибәҙәтханала, йәһүдтәрҙе һәм гректарҙы ышандырырға тырышып, улар менән әңгәмә ҡорҙо. 5 Сила менән Тимофей Македониянан килгәс, Павел бөтә ваҡытын, Ғайсаның Мәсих икәнлеге хаҡында шаһитлыҡ ҡылып, йәһүдтәргә вәғәз һөйләүгә бағышланы. 6 Әммә йәһүдтәр уға ҡаршы сығып, яман телләшә башлағас, кейемендәге туҙанды ҡағып: – Һәләкәтегеҙгә үҙегеҙ ғәйепле булырһығыҙ. Минең намыҫым таҙа, инде башҡа халыҡтар араһына китәм, – тине. 7 Ул, сығып, Аллаға хөрмәт күрһәткән һәм ғибәҙәтханаға йәнәш кенә йәшәгән Титий Иуст исемле кешенең өйөнә барҙы. 8 Ғибәҙәтхана башлығы Крисп иһә үҙенең бөтә ғаиләһе менән Раббыға инанды. Павелдың һөйләгәндәрен ишетеп, күп кенә коринфтар ҙа иманға килде һәм һыуға сумдырылыу йолаһын үтте. 9 Бер ваҡыт төндә Павелға илаһи күренмеш килде. Унда Раббы: – Ҡурҡма! Һөйләүеңде дауам ит, туҡтама. 10 Мин һинең менән, бер кем дә һиңә һөжүм итеп, яманлыҡ ҡыла алмаҫ. Был ҡалала Миңә тоғро кешеләр күп, – тине. 11 Павел, иман тотоусыларҙы Алла һүҙенә өйрәтеп, Коринфта йыл ярым йәшәне. 12 Ахаияла Галлион өлкә башлығы булған ваҡытта йәһүдтәр, берләшеп, Павелға ҡаршы күтәрелде һәм уны тотоп хөкөм йортона алып барҙы. 13 – Ул кешеләрҙе Аллаға табынырға ҡанунда әйтелмәгәнсә өйрәтә, – тинеләр. 14 Павел һүҙен башларға ғына теләгәйне, Галлион йәһүдтәргә: – Йәһүд халҡы! Әгәр ҙә ниндәйҙер яуыз эш йәки енәйәт ҡылынһа, һеҙҙе түҙемлек менән тыңларға сәбәп булыр ине. 15 Әммә мәсьәлә һүҙҙәргә, фекер айырымлығына һәм ҡанунығыҙға бәйле, шуға күрә уны үҙегеҙ хәл итегеҙ. Мин бындай эштә хөкөмдар булырға теләмәйем, – тип 16 уларҙы хөкөм йортонан ҡыуып сығарҙы. 17 Шунан һуң ундағы кешеләр хөкөм йорто алдында ғибәҙәтхана башлығы Сосфенды тотоп туҡманы. Ә Галлиондың быға иҫе лә китмәне. Павелдың Антиохияға ҡайтыуы 18 Павел, Коринфта тағы байтаҡ көндәр булғандан һуң, имандаштары менән хушлашып, һыу юлы менән Сүриәгә юлланды. Прискилла һәм Акила ла уның менән китте. Юлға сығыр алдынан, әйткән нәҙере буйынса, Павел Кенхрейҙа сәсен алдырҙы. 19 Ефесҡа килеп еткәс, Павел юлдаштарынан айырылып ғибәҙәтханаға барҙы һәм унда йәһүдтәр менән һөйләшеп ултырҙы. 20 Йәһүдтәр уның үҙҙәре янында оҙағыраҡ ваҡытҡа ҡалыуын һораһалар ҙа, Павел риза булманы. 21 Улар менән һаубуллашып: – Алла ихтыярында булһа, мин һеҙҙең янығыҙға тағы килермен, – тине. Бынан һуң ул һыу юлы менән Ефестан китте. 22 Кесарияға барып еткәс, караптан төшөп Иерусалимға килде, ундағы берҙәмлекте сәләмләгәндән һуң Антиохияға китте. 23 Унда бер аҙ ваҡыт торғас, Павел юлға сыҡты. Бөтә шәкерттәрҙе иманда нығытып, Галатия һәм Фригия аша үтте. Аполлостың Ефеста вәғәз һөйләүе 24 Ефесҡа сығышы менән Искәндәриәнән булған Аполлос исемле бер йәһүд килде. Ул телгә оҫта, Яҙманы белә 25 һәм Раббы юлына өйрәтелгән ине. Яхъя ҡалдырған һыуға сумдырылыу йолаһын ғына белһә лә, ялҡынлы рух менән Раббы тураһында ысынын бәйән итте һәм өйрәтте. 26 Ул ғибәҙәтханала бик ҡыйыу һөйләй башланы. Прискилла менән Акила, Аполлостың һөйләгәндәрен ишетеп, уны үҙҙәре янына саҡырып алдылар һәм Алла юлы тураһында тулыраҡ итеп аңлаттылар. 27 Аполлос Ахаияға китергә ниәт белдергәс, имандаштары быны хупланы һәм ундағы шәкерттәргә, уны ҡабул итеүҙәрен һорап, хат яҙҙылар. Аполлос унда барғас, Алла мәрхәмәте менән иман тотоусыларға күп ярҙам күрһәтте. 28 Ул, Изге Яҙма аша Ғайсаның Мәсих икәнлеген ышандырырлыҡ итеп иҫбатлап, бөтә халыҡ алдында йәһүдтәрҙең ҡарашын юҡҡа сығарҙы. |
© Институт перевода Библии, 2014
Institute for Bible Translation, Russia