Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -

Ғәмәлдәр 14 - Инжил


Павел менән Варнава Икония ҡалаһында

1 Иконияла Павел менән Варнава, ғәҙәттәгесә, йәһүдтәр ғибәҙәтханаһына инде. Уларҙың тәьҫирле итеп һөйләүенән бик күп йәһүдтәр һәм башҡа халыҡ кешеләре Раббыға инанды.

2 Ә Уға инанмаған йәһүдтәр, йәһүд булмағандарҙы иман тотоусыларға ҡаршы ҡотортоп, уларға ҡарата асыу һеңдерҙе.

3 Павел менән Варнава унда шаҡтай оҙаҡ ваҡыт булды. Раббы тураһында тәүәккәллек менән вәғәзләнеләр һәм Раббы, Үҙенең мәрхәмәте хаҡындағы хәбәрҙе раҫлап, уларҙың ҡулы менән хикмәттәр һәм мөғжизәләр ҡылды.

4 Ҡала халҡы икегә бүленде: бер өлөшө йәһүдтәр, икенселәре илселәр яғында булды.

5 Ахырҙа йәһүд булмағандар һәм йәһүдтәр, үҙҙәренең башлыҡтары менән бергә илселәргә ташланып, уларҙы таш менән бәреп үлтерергә ниәтләне.

6 Илселәр, был хаҡта ишеткәс, Ликаония өлкәһенә ҡасып китте. Ундағы Листра, Дервия ҡалаларында һәм шул тирәләге ерҙәрҙә

7 халыҡҡа Һөйөнөслө Хәбәрҙе һөйләүҙәрен дауам иттеләр.


Листра ҡалаһында булған хәлдәр

8 Листра ҡалаһында аяҡтары йөрөмәгән бер кеше бар ине. Ул, тыумыштан уҡ ғәрип булып, бер ҡасан да атлай алмаған.

9 Ул да Павел һөйләгән һүҙҙәрҙе тыңлап ултырҙы. Павел уға туп-тура ҡараны ла, ғәриптең шифа аласағына ышанысы барлығын күреп, көслө тауыш менән:

10 – Аяҡтарыңа тура баҫ, – тип әйтте. Теге һикереп торҙо ла йөрөй башланы.

11 Халыҡ иһә, Павелдың ни ҡылғанын күреп, ликаон телендә: – Беҙҙең яныбыҙға кеше ҡиәфәтендә илаһтар инде! – тип ҡысҡыра башланы.

12 Варнаваны гректар аллаһы Зевс тип, ә Павелды Гермес тип атанылар, сөнки башлыса ул һөйләй ине.

13 Ҡала ситендә урынлашҡан Зевс ғибәҙәтханаһының ҡаһины иһә, ҡапҡа алдына үгеҙҙәр алып килеп һәм сәскә бәйләмдәре килтереп, халыҡ менән бергә ҡорбан килтерергә теләне.

14 Илселәр, был хаҡта белеп ҡалғас, өҫтәрендәге кейемдәрен йыртып ебәреп халыҡ араһына йүгереп килеп инделәр һәм бар тауыштарына:

15 – Һеҙ нимә эшләйһегеҙ? – тип ҡысҡырҙылар. – Беҙ ҙә һеҙҙең кеүек үк кешеләр! Һеҙҙе был файҙаһыҙ илаһтарығыҙҙан арындырыу, күкте, ерҙе, диңгеҙҙе һәм уларҙағы һәр нәмәне яратҡан мәңге тере Аллаға табан бороу өсөн беҙ һеҙгә Һөйөнөслө Хәбәр тураһында һөйләйбеҙ.

16 Уҙған быуындарҙа Ул бөтә халыҡтарға үҙ юлдарынан барырға ирек бирҙе.

17 Әммә, яҡшылыҡтар ҡылып, Үҙен күрһәтеп торҙо: ваҡытында күктәрҙән ямғыр яуҙырып, мул уңыш биреп, һеҙҙе ризыҡ менән тәьмин итте һәм йөрәктәрегеҙҙе ҡыуаныс менән тултырҙы.

18 Ошо һүҙҙәр менән дә улар көскә-көскә генә халыҡты үҙҙәренә ҡорбан килтермәҫкә күндерә алды.


Сүриә Антиохияһына ҡайтыу

19 Антиохиянан һәм Икониянан килгән ҡайһы бер йәһүдтәр, халыҡты илселәргә ҡаршы ҡотортоп, Павелға таш бәрә башланы һәм, үлде тип уйлап, уны ҡала ситенә сығарып ташланы.

20 Янына шәкерттәр йыйылғас, ул торҙо ла ҡалаға китте. Икенсе көндө Павел менән Варнава Дервия ҡалаһына юл тотто.

21 Унда Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләп байтаҡ кешене шәкерт иттеләр. Ҡайтҡанда Листра, Икония һәм Антиохия ҡалалары аша уҙҙылар.

22 Шәкерттәрҙең рухын күтәреп, иманда ныҡ торорға өндәнеләр. – Алла Батшалығына инеү күп михнәттәр аша буласаҡ, – тине улар.

23 Һәр берҙәмлектә өлкәндәр тәғәйенләнеләр һәм, ураҙа тотоп доға ҡылғандан һуң, уларҙы үҙҙәре лә инанған Раббының ҡулына тапшырҙылар.

24 Бынан аҙаҡ улар, Писидия аша үтеп, Памфилияға килде.

25 Пергияла Алла һүҙен бәйән иткәс, Атталия ҡалаһына йүнәлделәр.

26 Атталиянан һыу юлы менән Антиохияға киттеләр. Ошо ҡалала Павел менән Варнава, үҙҙәренә тәғәйенләнгән эште атҡарыу өсөн, Алланың мәрхәмәтенә тапшырылғайны.

27 Улар, Антиохияға ҡайтып еткәс, имандаштар берҙәмлеген йыйып, Алланың үҙҙәре аша ниҙәр ҡылғанын, Уның йәһүд булмағандарға иман ишеген асҡанын – бөтәһен дә һөйләп бирҙеләр.

28 Павел менән Варнава шәкерттәр янында шаҡтай оҙаҡ ваҡытҡа туҡталды.

© Институт перевода Библии, 2014

Institute for Bible Translation, Russia
ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:



ကြော်ငြာတွေ