Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -

Еврейҙарға 5 - Инжил

1 Һәр баш рухани, кешеләр араһынан һайланып, Алла алдында уларҙың вәкиле итеп ҡуйыла. Ул гонаһтар өсөн бүләктәр һәм ҡорбан килтерергә тейеш.

2 Ундай баш рухани белемһеҙҙәрҙе лә, тура юлдан тайпылыусыларҙы ла аңлай ала, сөнки ул үҙе лә көсһөҙлөккә дусар булған.

3 Шуға күрә ул халыҡ гонаһтары өсөн ҡорбан килтерергә тейеш булған кеүек, үҙ гонаһтары өсөн дә ҡорбан килтерергә тейеш.

4 Бындай хөрмәтле бурысты бер кем дә үҙ теләге менән ала алмай, ул, үҙ ваҡытында Һарун саҡырылған кеүек, был хеҙмәткә Алла тарафынан саҡырыла.

5 Мәсих тә Баш Рухани булыу хөрмәтен Үҙ өҫтөнә Үҙе алманы, ә Уға уны: «Һин – Минең Улым. Бөгөн Мин Һине тыуҙырҙым», – тип әйткән Алла бирҙе.

6 Шулай уҡ Изге Яҙманың икенсе бер урынында Алла: «Мәлик-Садиҡ ниндәй рухани булған булһа, Һин дә мәңгегә шундай рухани буласаҡһың», – тип әйтә.

7 Ерҙә йәшәгән сағында Ғайса Үҙен үлемдән ҡотҡара аласаҡ Аллаға, күҙ йәштәре менән илап һәм ҡысҡырып, үтенеп доға ҡылды. Оло ихтирамы арҡаһында Уның үтенесе Аллаға барып ишетелде.

8 Алла Улы булыуына ҡарамаҫтан, Ул Үҙ ғазаптары аша тыңлаусанлыҡҡа өйрәнде

9 һәм, камиллыҡҡа өлгәшкәндән һуң, Үҙенә тыңлаусан булған бөтөнөһө өсөн дә мәңгелек ҡотолоу сығанағына әйләнде.

10 Ул, Мәлик-Садиҡ ниндәй рухани булған булһа, Алла тарафынан шундай Баш Рухани итеп билдәләнде.


Хаҡ юлдан тайпылыуҙан иҫкәртеү

11 Был турала күберәк тә һөйләй алыр инек, ләкин беҙ һөйләгәндәрҙе ауыр аңлай башланығыҙ, шунлыҡтан аңлатыуы ҡыйын.

12 Ваҡыт үтеүенә ҡарағанда, күптән инде өйрәтеүсе булырға тейеш инегеҙ, әммә һеҙ үҙегеҙ кемдеңдер һеҙҙе Алла тәғлимәтенең тәү башланғыстарына өйрәтеүенә мохтажһығыҙ. Һеҙгә ҡаты ризыҡ түгел, ә һөт кәрәк.

13 Һөт менән туҡланған кеше хаҡ менән ялған араһындағы айырманы һиҙә алмай, сөнки ул – сабый.

14 Ҡаты ризыҡ иһә өлкәндәр өсөн, уларҙың тойғолары тормош тәжрибәһе аша яҡшылыҡ менән яманлыҡты айырырға һәләтле.

© Институт перевода Библии, 2014

Institute for Bible Translation, Russia
ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:



ကြော်ငြာတွေ