2 Тимофейға 4 - Инжил1 Тереләрҙе һәм үлеләрҙе хөкөм итәсәк Ғайса Мәсих Батша булып килер, шуға күрә Аллабыҙ һәм Ғайса Мәсих алдында һинән талап итәм: 2 Алла һүҙен вәғәзлә, быны уңайлы ла, уңайһыҙ ҙа ваҡытта эшләргә әҙер тор, гонаһтарҙы фаш ит, иҫкәрт, өйрәткәндә һәр ваҡыт сабырлыҡ менән өгөтлә. 3 Шундай ваҡыт килер, хаҡ тәғлимәтте тыңламайынса, фәҡәт үҙҙәренең күңеленә ятҡан һүҙҙәрҙе һөйләгән вәғәзләүселәрҙе үҙ теләктәре буйынса һайлап алырҙар; 4 улар хәҡиҡәтте инҡар итеп, уйҙырма хәбәрҙәр тыңлар. 5 Һин бөтөн нәмәгә лә һиҙгер, ҡайғыларға түҙемле бул, Һөйөнөслө Хәбәр вәғәзләүеңде дауам ит, хеҙмәтеңде камил рәүештә башҡар. Павелдың хеҙмәте 6 Минең ҡаным оҙаҡламай ҡорбан булып түгелер, был донъянан китер ваҡытым етте. 7 Мин яҡшы көрәш алып барҙым, аҙағына тиклем был юлды үтеп, иманымды һаҡланым; 8 ә хәҙер хаҡлыҡтың еңеү тажы көтә. Уны, көнө еткәс, ғәҙел Хөкөмдар Раббы тапшырасаҡ, миңә генә түгел, Уның килеүен һағынып көткәндәрҙең бөтөнөһөнә лә бирер. Кәңәштәр һәм үтенестәр 9 Минең янға мөмкин тиклем тиҙерәк килергә тырыш, 10 сөнки Димас был донъяны өҫтөн күреп, мине ташлап Фессалоникаға юлланды, Крискент – Галатияға, Тит Далматияға китте, 11 янымда Лука бер үҙе генә ҡалды. Үҙең менән бергә Маркты ла алып кил, ул миңә хеҙмәтемдә ярҙам итә алыр. 12 Тихикты мин Ефесҡа ебәрҙем. 13 Килгән саҡта Троада ҡалаһында Карптарҙа ҡалдырған сәкмәнемде һәм яҙмаларымды, бигерәк тә күнгә яҙылғандарын, алып кил. 14 Баҡыр ҡойоу оҫтаһы Искәндәр миңә күп яуызлыҡ эшләне. Раббы уға ҡылған эштәренә ҡарап түләр. 15 Һин үҙең дә унан һаҡлан, сөнки ул беҙ һөйләгәндәргә ҡырҡа ҡаршы килгәйне. 16 Хөкөм алдында тәү тапҡыр яуап тотҡанда, янымда береһе лә булманы, бөтөнөһө лә ташлап китте. Был уларға ғәйеп һаналмаһын. 17 Раббы иһә янымда булды һәм, Һөйөнөслө Хәбәр минең аша тулыһынса иғлан ителһен һәм бар халыҡтарға ишетелһен өсөн, миңә ҡеүәт бирҙе, арыҫлан ауыҙынан ҡотҡарҙы. 18 Раббы мине бөтөн яуызлыҡтарҙан йолоп алыр һәм Үҙенең Күктәге Батшалығы өсөн һаҡлар. Уға мәңгенән мәңгегә дан булһын! Амин. Өҫтәлмә сәләмдәр 19 Прискилла менән Акилаға һәм Онисифорҙар ғаиләһенә сәләмемде тапшыр. 20 Ераст Коринфта ҡалды; ауырып киткән Трофимды мин Милитта ҡалдырҙым. 21 Ҡыш еткәнсе килергә тырыш. Һиңә Еввул, Пуд, Лин, Клавдия һәм башҡа имандаштарың да сәләм ебәрә. 22 Раббыбыҙ һинең рухың менән. Уның мәрхәмәте һеҙҙең менән булһын. |
© Институт перевода Библии, 2014
Institute for Bible Translation, Russia