2 Тимофейға 2 - ИнжилҒайса Мәсихтең тоғро көрәшсеһе 1 Улым, һин Ғайса Мәсих аша бирелгән мәрхәмәткә таянып нығын. 2 Минән күп шаһиттар алдында ишеткәндәреңде башҡаларҙы ла өйрәтерлек ышаныслы кешеләргә ышанып тапшыр. 3 Өлөшөңә төшкән ғазаптарҙы Ғайса Мәсихтең тоғро көрәшсеһе һымаҡ үҙ өҫтөңә алырға әҙер бул. 4 Бер ниндәй хәрби хеҙмәткәр ҙә үҙен донъяуи мәшәҡәттәр менән бәйләмәй, ул фәҡәт етәксеһенә ярарға тырыша. 5 Шулай уҡ ҡағиҙәне тотмаған ярышыусы еңеү тажына лайыҡ булмай. 6 Тир түгеп эшләгән игенсе үҙенең хеҙмәт емешен беренсе булып алырға тейеш. 7 Мин әйткәндәр тураһында уйла. Раббы һиңә быларҙың барыһын да аңларға ярҙам итәсәк. 8 Дауыт нәҫеленән булған Раббыбыҙ Ғайса Мәсихте иҫеңдә тот. Ул үленән терелтеп торғоҙолдо. Был хаҡта мин һөйләгән Һөйөнөслө Хәбәрҙә әйтелә. 9 Ошо вәғәздәрем өсөн мин ғазап сигәм, мине хатта енәйәтсе һымаҡ бығаулап ҡуйҙылар. Ләкин Алла һүҙен бығаулап булмай. 10 Шуға ла Алла тарафынан һайланып алынғандар хаҡына, улар ҙа Ғайса Мәсих аша бирелгән мәңгелек дан менән ҡотолоу ала алһындар өсөн, барыһына ла түҙәм. 11 Уның менән үлгәнбеҙ икән, Уның менән бергә йәшәрбеҙ. 12 Түҙәбеҙ икән, Уның менән бергә батшалыҡ итербеҙ. Унан баш тартабыҙ икән, Ул да беҙҙән баш тартыр. 13 Беҙ тоғролоҡ һаҡламаһаҡ та, Ул тоғро булып ҡалыр, сөнки Ул Үҙенән баш тарта алмай, – тигән һүҙҙәр хаҡ. Лайыҡлы хеҙмәткәр 14 Быларҙы бөтә кешеләрҙең дә иҫенә төшөр, һәм, һүҙ бәхәсенә инмәһендәр өсөн, Алла алдында иҫкәрт, сөнки бәхәстәрҙең бер файҙаһы ла юҡ, улар тыңлаусыларҙы һәләкәткә илтә. 15 Алла алдында үҙеңде һыналған, намыҫлы хеҙмәткәр, хәҡиҡәт һүҙен тоғро өйрәтеүсе итеп күрһәтергә тырыш. 16 Ә Алланы һанға һуҡмаған буш һүҙҙәрҙән ситтә тор, сөнки уларҙы һөйләүселәр Алланан алыҫлаштыра, 17 ундай һүҙҙәр яман шеш кеүек таралыр. Именей менән Филит та шундайҙар араһында, 18 үлемдән терелеү булды инде, тип дөрөҫлөктән баш тартып, ҡайһы берәүҙәрҙең имандарын ҡаҡшаталар. 19 Ләкин Алла һалған нигеҙ ныҡлы, унда бындай һүҙҙәр яҙылған: «Раббы Үҙенекеләрҙе белә» һәм: «Раббының исемен телгә алған һәр кем яуызлыҡтан ситләшһен». 20 Ҙур йортта алтындан һәм көмөштән яһалған һауыттар ғына түгел, ағас менән балсыҡтан эшләнгәндәре лә бар; уларҙың ҡайһылары ҡәҙерләп тотонола, икенселәре көндәлек ҡулланылышта йөрөй. 21 Шулай итеп, кем үҙен бысраҡлыҡтан таҙарындыра, шул йорт хужаһы өсөн файҙалы, изгеләштерелгән һәм бөтөн яҡшы эштәргә лә яраҡлы һауыт кеүек буласаҡ. 22 Йәштәргә хас булған мауығыуҙарҙан ситтә тор, ә Раббыға саф намыҫ менән мөрәжәғәт итеүселәр менән бергә тәҡүәлеккә, иман, мөхәббәт, именлеккә ынтыл. 23 Наҙан кешеләрҙең аҡылһыҙ бәхәстәренән ситтә тор, уларҙың талаш ҡына тыуҙырыуҙарын беләһең. 24 Раббыға хеҙмәт итеүсе талашырға тейеш түгел. Ул бөтәһенә ҡарата ла яғымлы, өйрәтеүгә маһир, түҙемле булырға, 25 өйрәтеүҙәргә ҡаршы сығыусыларҙы ипле генә төҙәтергә тейеш, Алла тарафынан бәлки уларға ла хәҡиҡәтте танып белеү өсөн тәүбә бирелер, 26 шулай иткәндә, улар иҫкә килеп үҙ ихтыярына буйһондорған Иблис тоҙағынан ҡотолор. |
© Институт перевода Библии, 2014
Institute for Bible Translation, Russia