Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -

2 Коринфтарға 3 - Инжил


Яңы килешеү хеҙмәтселәре

1 Һеҙгә үҙебеҙҙе яңынан маҡтап тәҡдим итергәме? Ҡайһы берәүҙәргә кәрәк булған кеүек, һеҙгә йәки һеҙҙән беҙгә хуплау хаттары кәрәкме ни?

2 Һеҙ үҙегеҙ – беҙҙең хатыбыҙ. Ул беҙҙең күңелдәребеҙгә яҙылған һәм уны бөтөн кешеләр таный һәм уҡый ала.

3 Һеҙҙең хеҙмәтебеҙ аша яҙылған Мәсих хаты булыуығыҙҙы барыһы ла күрә. Ул яҙа торған ҡара менән түгел, ә мәңге тере Алланың Рухы менән, таш таҡталарға түгел, ә кеше күңеленең таҡталарына яҙылған.

4 Алла алдында Мәсих аша бына шундай ышанысыбыҙ бар.

5 Был үҙебеҙҙән үҙебеҙ шулай һәләтле булғанға һәм нимәнелер үҙ иҫәбебеҙгә индергәндән түгел. Һәләтебеҙ Алланан килә.

6 Ул беҙгә яңы килешеү хеҙмәтселәре булыу һәләтен бирҙе. Яңы килешеү – яҙылған ҡанунға түгел, ә Рухҡа нигеҙләнгән, сөнки яҙылған ҡанун үлтерә, Рух иһә йәшәү бүләк итә.

7 Таштарға соҡоп яҙылған ҡанунға хеҙмәт итеүҙең үлем килтереүен хәтерләгеҙ. Ул шундай дан менән балҡып килгән, израилдәр Мусаның йөҙөнә, хатта уның балҡып торған даны юғалып барһа ла, ҡарай алмағандар. Был хеҙмәт шундай дан менән килгән икән,

8 Рух менән билдәләнгән хеҙмәт тағы ла данлыраҡ түгелме?

9 Кешене хөкөмгә килтереүсе хеҙмәт бөйөк булһа, аҡланыуға килтереүсе хеҙмәте күпкә данлыраҡ.

10 Ҡасандыр данлы булған тәртиптең бөйөклөгө, өҫтөнлөк алған яңыһыныҡы менән сағыштырғанда, әллә ни түгел инде.

11 Әгәр юғалырға насип булған тәртип данлы булған икән, мәңге ҡала торған яңы тәртип күпкә бөйөгөрәк!

12 Ошондай өмөтөбөҙ булғанға, беҙ ҙур тәүәккәллек менән эш итәбеҙ.

13 Израилдәр юғала барған данға ҡарамаһын өсөн, йөҙөн бөркәнсек менән ҡаплаған Муса кеүек түгелбеҙ.

14 Әммә уларҙың аҡылы томаланған, сөнки был бөркәнсек боронғо килешеү яҙмаларын уҡыған саҡтарында бөгөнгө көнгә тиклем уларҙың күңелендә асылмайынса ҡала. Ул Мәсих арҡылы ғына алып ташланасаҡ.

15 Бөгөнгә тиклем, Муса ҡануны уҡылғанда, уларҙың күңелдәрендә бөркәнсек ята.

16 Әммә Раббыға мөрәжәғәт иткән саҡта был бөркәнсек алып ташлана.

17 Раббы – ул Рух, ә Раббы Рухы булған ерҙә – азатлыҡ.

18 Ә беҙ барыбыҙ ҙа, йөҙөбөҙҙө бөркәнсек менән ҡапламайынса, Раббының балҡыусы данын көҙгөләге кеүек күрәбеҙ һәм был дандың бер дәрәжәһенән икенсе юғарыраҡ дәрәжәһенә – Раббыға оҡшағандан оҡшай барып үҙгәртеләбеҙ. Ундай үҙгәреү Раббынан килә, ә Раббы ул – Рух.

© Институт перевода Библии, 2014

Institute for Bible Translation, Russia
ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:



ကြော်ငြာတွေ