Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -

2 Коринфтарға 13 - Инжил


Нәсихәттәр һәм сәләмләүҙәр

1 Һеҙгә өсөнсө тапҡыр киләсәкмен. Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Һәр эш ике йәки өс шаһиттың күрһәтеүе менән раҫланырға тейеш».

2 Мин һеҙгә икенсе тапҡыр килгәндә, элек ҡылған гонаһтарын ҡылыуҙарын дауам иткәндәргә лә, башҡаларҙың барыһына ла киҫәтеү яһағайным. Хәҙер, һеҙҙән алыҫта булып, элек гонаһ ҡылғандарҙы, шулай уҡ һеҙҙе лә, тағы ла бер тапҡыр киҫәтәм: яңынан янығыҙға ҡайтҡас, йәлләмәйәсәкмен.

3 Һеҙ бит Мәсихтең минең аша һөйләгәненә дәлил эҙләйһегеҙ. Ул һеҙгә ҡарата көсһөҙ түгел, ә арағыҙҙа көслө.

4 Ул, ысынлап та, көсһөҙ килеш арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланды, хәҙер иһә Алла ҡөҙрәте менән йәшәй. Беҙ ҙә, шулай уҡ, Уның көсһөҙлөгөн уртаҡлашабыҙ, әммә, Алла ҡөҙрәте арҡаһында Уның тормошон да уртаҡлашып, һеҙҙең менән үҙебеҙҙең эштәребеҙҙә көслө буласаҡбыҙ.

5 Мине түгел, үҙегеҙҙе һынағыҙ: иман менән йәшәйһегеҙме? Үҙегеҙҙе тикшерегеҙ! Ғайса Мәсихтең үҙегеҙҙә булыуын белмәйһегеҙме әллә? Әгәр, әлбиттә, һынауҙы күтәрә алһағыҙ.

6 Ул ваҡытта беҙҙең дә һынауҙы күтәрә алыуыбыҙҙы танырһығыҙ тип өмөт итәм.

7 Һеҙҙең бер ниндәй яман эш ҡылмауығыҙҙы һорап Аллаға доға ҡылабыҙ. Быны беҙ һынауҙы уңышлы үткәнебеҙҙе күрһәтергә түгел, ә һынауҙы үтә алмаған кеүек күренһәк тә, һеҙҙең изгелекле эш башҡарыуығыҙ өсөн доға ҡылабыҙ.

8 Беҙ хәҡиҡәткә ҡаршы бер нәмә лә ҡыла алмайбыҙ, ә уның хаҡына ҡыла алабыҙ.

9 Шуға күрә, беҙ көсһөҙ, ә һеҙ көслө булғанда һөйөнәбеҙ һәм һеҙҙең камиллашыуығыҙ хаҡына доға ҡылабыҙ.

10 Шунлыҡтан мин быларҙы һеҙҙән ситтә ваҡытта яҙам. Янығыҙға килгәс, Раббының емерергә түгел, ә нығытырға тип миңә биргән вәкәләтен ҡаты рәүештә ҡулланмауҙы өмөт итәм.

11 Ахыр килеп, имандаштар, ҡыуанығыҙ, үҙегеҙҙе үҙгәртергә юл ҡуйығыҙ, нәсихәттәремде ҡабул итеп алығыҙ, фекерҙәш булығыҙ һәм бер-берегеҙ менән татыу йәшәгеҙ. Шул ваҡытта мөхәббәт һәм именлек Аллаһы һеҙҙең менән булыр.

12 Бер-берегеҙҙе изге үбеү менән сәләмләгеҙ. Һеҙҙе бөтөн изгеләр сәләмләй.

13 Раббы Ғайса Мәсихтең мәрхәмәте, Алланың мөхәббәте һәм Изге Рухта аралашыу һеҙҙең бөтөнөгөҙ менән булһын.

© Институт перевода Библии, 2014

Institute for Bible Translation, Russia
ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:



ကြော်ငြာတွေ