Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -

2 Коринфтарға 10 - Инжил


Павелдың үҙ хеҙмәтен яҡлауы

1 Мин, арағыҙҙа «баҙнатһыҙ», ә ситтән тороп һеҙҙең менән аралашҡанда «ҡыйыу» булған Павел, Мәсихтең баҫалҡылығы һәм эскерһеҙлеге менән һеҙгә мөрәжәғәт итәм.

2 Янығыҙға килгәс, беҙҙе был донъя кешеһе кеүек үҙ файҙалары өсөн йәшәүселәр тип һанаған ҡайһы берҙәрегеҙгә ҡыйыулығымды бөтә көсөндә файҙаланырға тура килмәһен ине, тип үтенәм.

3 Беҙ был донъяла йәшәһәк тә, донъя алымдары ҡулланып көрәшмәйбеҙ.

4 Беҙ ҡулланған ҡоралдар ҙа был донъя ҡоралдары түгел, улар Алла ҡөҙрәте менән дошман ҡәлғәләрен емереүгә һәләтле. Ул ҡоралдар менән беҙ ялған уй-ниәттәрҙе,

5 Алланы танып белеүгә ҡаршы тәкәббер рәүештә ҡалҡҡан һәр төрлө ҡаршылыҡтарҙы емерәбеҙ һәм һәр төрлө уй-ниәтте эләктереп алып, Мәсихкә буйһондорабыҙ.

6 Һеҙ тулыһынса күндәмлек күрһәткәндән һуң, һәр баш бирмәүсене язаға тарттырырға әҙербеҙ.

7 Күҙ алдығыҙҙағы нәмәгә ҡарағыҙ һуң! Кем, мин – Мәсихтеке, тип ышана, үҙ алдына уйлаһын: ул Мәсихтеке булған кеүек, беҙ ҙә шулай уҡ Мәсихтеке.

8 Емереү өсөн түгел, ә һеҙҙе нығытыу өсөн Раббының беҙгә биргән вәкәләте менән аҙ ғына артығыраҡ маҡтанһам да, оятҡа ҡалмам.

9 Шуға ла мин быларҙы, хаттары менән беҙҙе ҡурҡытырға уйлай икән, тигән фекер ҡалмаһын өсөн әйттем.

10 Кемдер: «Ул үҙенең хаттарында ҡырыҫ һәм көслө, үҙе иһә кеше алдында көсһөҙ, телмәре лә әһәмиәтһеҙ», – ти.

11 Ундай кеше белһен: ситтән яҙған хаттарыбыҙҙа ниндәйбеҙ, ғәмәлдә, арағыҙҙа булғанда ла шундайбыҙ.

12 Дөрөҫ, үҙебеҙҙе үҙҙәрен маҡтаусылар менән бер рәткә ҡуйырға йәки сағыштырырға ҡыймайбыҙ. Улар бит аҡыл менән эш итмәй, үҙҙәрен үҙ үлсәмдәре менән үлсәйҙәр һәм үҙҙәрен үҙҙәре менән сағыштыралар.

13 Беҙ иһә саманан тыш маҡтанмаясаҡбыҙ, әммә маҡтаныуыбыҙ самаһы итеп беҙгә Алла билдәләгән хеҙмәт сиген аласаҡбыҙ. Унда һеҙҙең аралағы эшебеҙ ҙә инә.

14 Һеҙгә килмәгән булһаҡ, саманан арттырып маҡтаныр инек. Әммә беҙ Мәсих тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәр менән һеҙгә лә беренселәрҙән булып килеп еттек.

15 Башҡаларҙың хеҙмәте менән беҙ самаһыҙ маҡтанмайбыҙ, ләкин, иманығыҙ арта барған һайын, Алла тарафынан беҙгә билдәләнгән хеҙмәт сиктәре буйынса, һеҙҙең ярҙамығыҙ менән эшебеҙҙе тағын да нығыраҡ киңәйтергә өмөтләнәбеҙ.

16 Шулай итеп, һеҙ йәшәгән ерҙәрҙән ситтә лә Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләүҙе маҡсат итеп ҡуйҙыҡ. Беҙ башҡаларҙың хеҙмәт сиктәрендә улар башҡарған эш менән маҡтанырға теләмәйбеҙ.

17 «Маҡтанырға теләүсе Раббы менән маҡтанһын».

18 Үҙ-үҙен маҡтаусы түгел, ә Раббы маҡтаған кеше генә Уның тарафынан хуплана.

© Институт перевода Библии, 2014

Institute for Bible Translation, Russia
ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:



ကြော်ငြာတွေ