1 Яхъя 1 - ИнжилТормош Һүҙе 1 Беҙ баштан уҡ булған, беҙ ишеткән, үҙ күҙҙәребеҙ менән күргән, күҙәткән һәм ҡулдарыбыҙ менән ҡағылған нәмә – тормош Һүҙе тураһында вәғәзләйбеҙ. 2 Тормош беҙгә асылды: беҙ уны күрҙек. Атабыҙ менән булған, үҙебеҙгә асылған мәңгелек тормош хаҡында шаһитлыҡ ҡылабыҙ һәм иғлан итәбеҙ. 3 Һеҙ ҙә беҙҙең менән аралаша алһын өсөн, үҙебеҙҙең күргән һәм ишеткәндәребеҙҙе һеҙгә лә иғлан итәбеҙ. Беҙ иһә Ата һәм Уның Улы Ғайса Мәсих менән аралашып йәшәйбеҙ 4 һәм, ҡыуанысыбыҙ тулы булһын өсөн, һеҙгә ошоларҙы яҙабыҙ. Алла – яҡтылыҡ 5 Беҙ Ғайса Мәсихтән ишеткән һәм һеҙгә иғлан итә торған Хәбәр шул: Алла – яҡтылыҡ һәм Унда һис ниндәй ҡараңғылыҡ юҡ. 6 Әгәр ҙә беҙ: «Алла менән аралашып йәшәйбеҙ», – тип әйтәбеҙ, әммә ҡараңғылыҡта ғүмер кисерәбеҙ икән, тимәк, беҙ ялғанлайбыҙ һәм хәҡиҡәт буйынса йәшәмәйбеҙ. 7 Әгәр инде Алла яҡтылыҡта булған кеүек, беҙ ҙә яҡтылыҡта йәшәһәк, тимәк, бер-беребеҙ менән аралашып йәшәйбеҙ һәм Уның Улы Ғайсаның ҡаны беҙҙе һәр төрлө гонаһтарыбыҙҙан таҙарындыра. 8 Әгәр: «Гонаһыбыҙ юҡ», – тибеҙ икән, беҙ үҙ-үҙебеҙҙе алдайбыҙ һәм беҙҙә хәҡиҡәт юҡ. 9 Ә гонаһтарыбыҙҙы таныйбыҙ икән, Алла гонаһтарыбыҙҙы кисерер һәм һәр төрлө яуызлыҡтарҙан арындырыр, сөнки Ул тоғро һәм ғәҙел. 10 Әгәр: «Беҙ гонаһ ҡылманыҡ», – тиһәк, Алланы ялғансы итәбеҙ һәм беҙҙә Уның һүҙе юҡ. |
© Институт перевода Библии, 2014
Institute for Bible Translation, Russia