Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -

Зәбүр 150 - Изге Яҙма

1 Раббыны данлағыҙ! Мөҡәддәс торлағында данлағыҙ Алланы! Данлағыҙ Уны ҡәлғәһе – күк көмбәҙендә!

2 Мөһабәт ғәмәлдәре өсөн данлағыҙ! Тиңһеҙ бөйөклөгөн данлағыҙ!

3 Мөгөҙ борғолар ҡысҡыртып данлағыҙ Уны! Лира, арфа ҡылдары сиртеп данлағыҙ!

4 Дөңгөр ҡағып, бейей-бейей данлағыҙ! Ҡыллы уйын ҡоралдарында, Һыбыҙғыла уйнап данлағыҙ!

5 Зыңғылдауыҡ тәрилкәләр һуғып данлағыҙ! Яңғырауыҡ тәрилкәләр сыңлатып данлағыҙ!

6 Барса йән эйәләре, Раббыны данлағыҙ! Раббыны данлағыҙ!

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:



ကြော်ငြာတွေ