Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -

Зәбүр 126 - Изге Яҙма


1 Ҡорамға артылыусылар йыры. Сөләймәндең йыры.

1 Ҡорамға артылыусылар йыры. Сөләймәндең йыры. Әгәр йортто Раббы һалдырмаһа, Төҙөүселәр юҡҡа тырыша. Әгәр ҡаланы Раббы һаҡламаһа, Һаҡсының уяу тороуы бушҡа.

2 Юҡҡа ғына ҡара таңдан тороп Ҡара төнгә тиклем эшләйһегеҙ. Аҙап менән тапҡан икмәгегеҙҙе ашайһығыҙ – Раббы Үҙе яратҡанға йоҡлап ятҡанда ла бирә.

3 Бына Раббының биргән өлөшө – балалар, Аналыҡтың емеше – Уның бүләге.

4 Йәш саҡта тыуған уландар Яугир ҡулындағы уҡтар һымаҡ.

5 Ниндәй бәхетле улар менән һаҙағын тултырған кеше! Ҡала ҡапҡаһы төбөндә дошман менән сәкәләшкән саҡта Ул мәсхәрә булып ҡалмаясаҡ.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:



ကြော်ငြာတွေ