Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -

Зәбүр 124 - Изге Яҙма


1 Ҡорамға артылыусылар йыры.

1 Ҡорамға артылыусылар йыры. Раббыға өмөтөн бағлағандар Тетрәмәҫ, мәңге торор Сион тауына оҡшар.

2 Тауҙар Йәрүсәлимде нисек уратһа, Хәҙер ҙә, мәңге лә Раббы ла халҡын шулай ҡурсалар.

3 Залимдың хакимлыҡ таяғы Тоғроларҙың биләмәһендә оҙаҡҡа ҡалмаҫ, Юҡһа тәҡүәләр ҡулдарын яман эштәргә һуҙыр.

4 Йә Раббы, саф йөрәклеләргә, Игелеклеләргә игелек ҡыл.

5 Әммә ҡыйыш юлға баҫҡандарҙы Раббы боҙоҡтар менән бергә ҡыуып ебәрер. Исраилға булһын именлек!

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:



ကြော်ငြာတွေ