Зәбүр 117 - Изге Яҙма1 Раббыға рәхмәт уҡығыҙ, Ул игелекле, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек! 2 Исраил әйтһен: «Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек!» 3 Һарундың нәҫеле әйтһен: «Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек!» 4 Раббынан ҡурҡҡандар әйтһен: «Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек!» 5 Һыҙланғанда Раббыны саҡырҙым; Ул ишетте, рәхәткә сығарҙы. 6 Раббы минең менән, шуға ла ҡурҡмайым; Әҙәм миңә нимә ҡыла ала? 7 Раббы минең менән, Ул – ярҙамсым, Дошмандарыма тантана менән бағам. 8 Кешегә ышаныуға ҡарағанда, Раббыға һыйыныу яҡшыраҡ. 9 Раббыға һыйыныу Башлыҡтарға өмөтләнеүҙән яҡшыраҡ. 10 Бөтә ҡәүемдәр мине ҡамауға алды, Раббы исеме менән уларҙы олаҡтырҙым. 11 Һәр тарафтан уратып алдылар, Раббы исеме менән уларҙы олаҡтырҙым. 12 Бал ҡортолай һырып алдылар ҙа Сәнскәккә төшкән осҡон һымаҡ һүнделәр; Раббы исеме менән уларҙы олаҡтырҙым. 13 Йығылһын тип төртөп ебәрҙеләр, Әммә Раббы мине тотоп ҡалды. 14 Раббы – ҡеүәтем, Ул – минең көсөм, Ул – минең ҡотҡарыусым. 15 Тәҡүәләр сатырында Шатлыҡ менән еңеү ауаздары: «Раббының уң ҡулы ҡөҙрәтен күрһәтә! 16 Юғары Раббының уң ҡулы, Раббының уң ҡулы ҡөҙрәтен күрһәтә!» 17 Мин үлмәйем, эйе, мин йәшәрмен, Раббының ғәмәлдәрен һөйләрмен. 18 Раббы миңә ҡаты яза бирҙе, Әммә үлеүемә юл ҡуйманы. 19 Тәҡүәләрҙең ҡапҡаһын асығыҙ миңә, Унан инеп Раббыға шөкөрана ҡылырмын. 20 Бына Раббының ҡапҡаһы! Тәҡүәләр шунан инер. 21 Шөкөрана ҡылам Һиңә, Сөнки миңә ҡолаҡ һалдың, Минең ҡотҡарыусым булдың. 22 Төҙөүселәр яраҡһыҙ тип ташлаған таш Иң мөһим мөйөш ташы булды. 23 Был Раббының эше – Күҙ алдыбыҙҙағы ғәжәйеп хәл! 24 Раббы тарафынан яратылған көн был, Әйҙә ҡыуанып күңел асайыҡ! 25 Ҡотҡар беҙҙе, Раббы, ялбарабыҙ! Йә Раббы, беҙгә уңыштар күндер! 26 Раббы исеме менән килеүсе мөбәрәк булһын! Раббы йортонан тороп беҙ һеҙҙе фатихалайбыҙ. 27 Раббы – Алла, Ул беҙгә яҡтылыҡ биргән. Байрам ҡорбанын бәйләгеҙ, Уны ҡорбан усағы мөгөҙөнә илтегеҙ! 28 Һин – Алламһың, шөкөрана ҡылам Һиңә, Һин минең Аллам, Һине ҙурлайым. 29 Раббыға рәхмәт уҡығыҙ, Ул игелекле, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек! |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia