Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -

Зәбүр 100 - Изге Яҙма


1 Дауыттың мәҙхиәһе.

1 Дауыттың мәҙхиәһе. Мөхәббәтең менән ғәҙеллегеңде көйгә һалырмын, Һиңә, Раббым, мәҙхиә йырлармын.

2 Минең бар уйым – камил юлдар хаҡында. Ҡасан килерһең минең яныма? Саф күңел менән ғүмер итермен өйөмдә,

3 Бер ниндәй ҙә яуызлыҡҡа юл ҡуймамын, Ҡырын эштәргә нәфрәт тотормон, Улар миңә йоға алмаҫ һис ҡасан.

4 Йыраҡ булыр минән боҙоҡ күңел, Ә залимлыҡ – белгән-түҙгән нәмәм түгел.

5 Ҡыуалармын яҡынына йәшерен яла яҡҡанды, Түҙеп тормам тәкәббергә, өҫтән аҫҡа баҡҡанға.

6 Күҙем булыр илдәге тоғроларҙа, Тик шундайҙар минең янда йәшәйәсәк. Бары дөрөҫ юлдан йөрөгәндәр Миңә хеҙмәт күрһәтәсәк.

7 Өйөмдә мәкерлегә урын булмаҫ, Ялған ауыҙ күҙ алдымда оҙаҡ тормаҫ.

8 Иртә һайын илдәге яуыздарҙы юҡ итермен, Яман эш ҡылыусыларҙы Раббы ҡалаһынан йолҡоп ырғытырмын.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:



ကြော်ငြာတွေ