Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -

Вәғәзсе 1 - Изге Яҙма

1 Йәрүсәлимдә батша булып торған Дауыт улының – Вәғәзсенең әйткәндәре:

2 – Буш мәшәҡәт, – тине Вәғәзсе, – бөтәһе лә буш мәшәҡәт кенә!

3 Кешегә был ҡояш аҫтындағы ауыр хеҙмәтенән ни файҙа?

4 Бер быуын килә, бер быуын китә, Әммә донъя мәңге ҡала бирә.

5 Ҡояш ҡалҡа, ҡояш бата, Ҡалҡҡан еренә кире ашыға.

6 Ел көньяҡҡа иҫә, төньяҡҡа борола, Өйрөлә-өйрөлә иҫә, Шулай үҙ юлы менән әйләнеп йөрөй.

7 Барлыҡ йылғалар диңгеҙгә аға, Диңгеҙ иһә тулып ашмай. Йылғалар сыҡҡан еренә ҡайта, Ҡабат йылға булып аға башлай.

8 Бөтә нәмә лә хәлдән тайҙыра – Уларҙы тасуирларға һүҙ етмәҫ; Ҡарап-ҡарап та күҙ туймаҫ, Тыңлап-тыңлап та ҡолаҡтың танһығы ҡанмаҫ.

9 Элек нимә булған, шул йәнә булыр; Ни эшләнгән, тағы ла эшләнер. Был ҡояш аҫтында бер ниндәй ҙә яңы нәмә юҡ.

10 «Ҡара, бына был яңы», – тип әйткән саҡтар була. Ләкин ул да әүәл, беҙгә тиклемге дәүерҙәрҙә булған инде.

11 Әүәлгеләр хәтерҙә ҡалмаған. Киләсәктә булыр нәмәләрҙе лә унан һуң килеүселәр иҫләмәҫ.

12 Мин, Вәғәзсе, Йәрүсәлимдә Исраил батшаһы булдым.

13 Күк аҫтында нимәләр эшләнеүен зиһенем аша үткәреп һәм һынап ҡарап, төшөнөргә ҡарар ҡылдым. Алла әҙәм балаһына ыҙа өсөн биргән ауыр эштер былар.

14 Ҡояш аҫтында ҡылынған бар төр ғәмәлде күрҙем мин, былар бөтәһе лә – буш мәшәҡәт һәм ел ҡыуыу.

15 Кәкрене турайтып булмаҫ, Юҡ нәмәне һанап булмаҫ.

16 Күңелемдән: «Бына мин Йәрүсәлимдә үҙемә тиклем хакимлыҡ иткәндәрҙең бөтәһенән күберәк шөһрәт ҡаҙандым, аҡыл йыйҙым, зирәклек һәм белем тупланым», – тинем.

17 Мин зиһенемде ҡайҙа аҡыл, ә ҡайҙа дыуамаллыҡ һәм ахмаҡлыҡ икәнен белеүгә йүнәлттем. Әммә бының да тик ел ҡыуыу икәнен аңланым.

18 Аҡыл күп булғанда, ҡайғы ла күп, Белемен арттырған – хәсрәтен арттыра.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:



ကြော်ငြာတွေ