Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -

Матфей 1 - Изге Яҙма


Ғайсаның шәжәрәһе
( Лк 3:23-38 )

1 Ибраһим һәм Дауыт тоҡомонан булған Ғайса Мәсихтең нәҫел шәжәрәһе.

2 Ибраһим – Исхаҡтың, Исхаҡ – Яҡуптың, Яҡуп Йәһүҙәнең һәм уның ағай-энеләренең атаһы;

3 Йәһүҙә Тамарҙан тыуған Пәрәс һәм Зерахтың атаһы; Пәрәс – Хесрондың, Хесрон – Арамдың,

4 Арам – Ғамминадавтың, Ғамминадав – Нахшондың, Нахшон – Салманың,

5 Салма – Рахавтан тыуған Боғаздың, Боғаз – Руттан тыуған Ғоведтың, Ғовед – Ишайҙың,

6 Ишай Дауыт батшаның атаһы ине. Дауыт Урияһтың ҡатынынан тыуған Сөләймәндең,

7 Сөләймән – Рехавғамдың, Рехавғам – Авияһтың, Авияһ – Асаның,

8 Аса – Йеһошафаттың, Йеһошафат – Йеһорамдың, Йеһорам – Ғуззияһтың,

9 Ғуззияһ – Йоҫамдың, Йоҫам – Ахаздың, Ахаз – Хизкияһтың,

10 Хизкияһ – Менашшеның, Менашше – Амондың, Амон Йошияһтың атаһы ине;

11 Исраил халҡы көсләп Бабилға күсерелгән дәүерҙә Йошияһтың улы Йехонъяһ һәм уның ағай-энеләре тыуҙы.

12 Бабилға көсләп күсерелгәндән һуң Йехонъяһтың улы Шеалтиил тыуҙы. Шеалтиил – Зеруббавелдың,

13 Зеруббавел – Авиһудтың, Авиһуд – Әлъяҡимдың, Әлъяҡим – Азорҙың,

14 Азор – Садоҡтың, Садоҡ – Ахимдың, Ахим – Әлиудтың,

15 Әлиуд – Әлғазарҙың, Әлғазар – Матҫандың, Матҫан – Яҡуптың,

16 Яҡуп Мәрйәмдең ире Йософтоң атаһы ине. Мәрйәмдән Мәсих тип аталған Ғайса тыуҙы.

17 Шулай итеп, Ибраһимдан Дауытҡа тиклем бөтәһе ун дүрт быуын, Дауыттан алып Бабилға көсләп күсерелгән ваҡытҡа тиклем ун дүрт быуын һәм, Бабилға күсерелеп, Мәсих тыуғанға тиклем ун дүрт быуын булды.


Ғайсаның тыуыуы
( Лк 2:1-7 )

18 Ғайса Мәсихтең тыуыуы былай: әсәһе Мәрйәм Йософ менән йәрәшелгән була, әммә улар өйләнешкәнсе үк Мәрйәмдең Изге Рухтан балаға ҡалғаны асыҡлана.

19 Ире Йософ иһә, тәҡүә кеше булараҡ, Мәрйәмде оятҡа ҡалдырмаҫ өсөн, йәрәшеүҙе йәшерен генә өҙөргә ниәтләй.

20 Ошо турала уйлағандан һуң, төшөнә Раббы фәрештәһе инә. – Йософ, Дауыт улы! Мәрйәмде кәләш итеп алыуҙан ҡурҡма, – ти ул. – Уның ҡарынындағы Бала Изге Рухтан яралды.

21 Мәрйәм Ир Бала табыр һәм һин Уға Ғайса тип исем ҡушырһың, сөнки Ул Үҙенең халҡын гонаһтарҙан ҡотҡарасаҡ.

22 Былар барыһы ла Раббының пәйғәмбәр аша:

23 «Бына, ғиффәтле ҡыҙ ауырға ҡалып бер улан табыр. Уға Ғиммануил тип исем ҡушырҙар», – тигән һүҙҙәре ғәмәлгә ашһын өсөн булды. «Ғиммануил» «Алла беҙҙең менән» тигәнде аңлата.

24 Йософ, йоҡоһонан уянғас, Раббы фәрештәһе ҡушҡанды үтәй: ул Мәрйәмгә өйләнә.

25 Әммә, Мәрйәм Улын тыуҙырғансы, Йософ уның менән яҡынлыҡ ҡылмай. Балаға ул Ғайса тип исем ҡуша.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:



ကြော်ငြာတွေ