І Йылъяҙма 25 - Изге ЯҙмаЙырсылар 1 Дауыт ғәскәр башлыҡтары менән бергә Асаф, Һеман һәм Йедуҫун улдарын махсус хеҙмәткә айырып ала: улар, арфала һәм лирала уйнап һәм тәрилкә һуғып, пәйғәмбәрлек итергә тейеш була. Был хеҙмәткә түбәндәгеләр тәғәйенләнә. 2 Асаф улдарынан: Заккур, Йософ, Нетанъяһ һәм Асарела. Улар аталарының етәкселеге аҫтында була. Асаф батша бойороғо буйынса пәйғәмбәрлек итергә тейеш була. 3 Йедуҫундан: Йедуҫундың алты улы – Гедалъяһ, Сери, Йешағъяһ, Шимғи, Хашавъяһ, Маттиҫъяһ. Аталары Йедуҫун уларҙың етәксеһе була, арфала уйнап пәйғәмбәрлек итә һәм Раббыға шөкөрана ҡылып маҡтау яуҙыра. 4 Һемандан: Һемандың улдары Буккияһ, Маттанъяһ, Ғуззиил, Шевуил, Йеримоҫ, Хананъяһ, Ханани, Әлиаҫа, Гиддалти, Ромамти-Әзәр, Йошбеҡаша, Маллоҫи, Һоҫир һәм Махазиоҫ. 5 Был балалар барыһы ла Алланың батша әүлиәһе Һеманға, данлы итермен, тигән вәғәҙәһе буйынса бирелгән була. Алла Һеманға ун дүрт ул һәм өс ҡыҙ насип итә. 6 Улар барыһы ла аталарының етәкселеге аҫтында тәрилкә һуғып, лира һәм арфаларҙа уйнап, йырлап, Раббы йортонда хеҙмәт итә. Асаф, Йедуҫун, Һеман батшаға буйһона. 7 Раббы алдында йырларға өйрәтелеп, был һөнәрҙең оҫталары булғандар ағай-энеләре менән бергә һәммәһе ике йөҙ һикһән һигеҙ кеше була. 8 Улар, йәрәбә һалып, хеҙмәт итеү сиратын билдәләй. Йәрәбә һалғанда олоһо-кесеһе, остаздары һәм өйрәнсектәре тиң була. 9 Беренсе йәрәбә – Асаф нәҫеленән Йософҡа, икенсеһе ағай-энеһе һәм улдары менән Гедалъяһҡа сыға. Улар ун ике кеше була. 10 Өсөнсөһө улдары һәм ағай-энеһе менән Заккурға төшә, улар – ун ике. 11 Дүртенсеһе улдары һәм ағай-энеһе менән Исригә – улар ун ике. 12 Бишенсеһе улдары һәм ағай-энеһе менән Нетанъяһҡа – улар ун ике. 13 Алтынсыһы улдары һәм ағай-энеһе менән Буккияһҡа – улар ун ике. 14 Етенсеһе улдары һәм ағай-энеһе менән Йесарела – улар ун ике. 15 Һигеҙенсеһе улдары һәм ағай-энеһе менән Йешағъяһҡа – улар ун ике. 16 Туғыҙынсыһы улдары һәм ағай-энеһе менән Маттанъяһҡа – улар ун ике. 17 Унынсыһы улдары һәм ағай-энеһе менән Шимғигә – улар ун ике. 18 Ун беренсеһе улдары һәм ағай-энеһе менән Ғазарилға – улар ун ике. 19 Ун икенсеһе улдары һәм ағай-энеһе менән Хашавъяһҡа – улар ун ике. 20 Ун өсөнсөһө улдары һәм ағай-энеһе менән Шуваилға – улар ун ике. 21 Ун дүртенсеһе улдары һәм ағай-энеһе менән Маттиҫъяһҡа – улар ун ике. 22 Ун бишенсеһе улдары һәм ағай-энеһе менән Йәремоҫҡа – улар ун ике. 23 Ун алтынсыһы улдары һәм ағай-энеһе менән Хананъяһҡа – улар ун ике. 24 Ун етенсеһе улдары һәм ағай-энеһе менән Йошбеҡашаға – улар ун ике. 25 Ун һигеҙенсеһе улдары һәм ағай-энеһе менән Хананиға – улар ун ике. 26 Ун туғыҙынсыһы улдары һәм ағай-энеһе менән Маллоҫиға – улар ун ике. 27 Егерменсеһе улдары һәм ағай-энеһе менән Әлиаҫаға – улар ун ике. 28 Егерме беренсеһе улдары һәм ағай-энеһе менән Һоҫирға – улар ун ике. 29 Егерме икенсеһе улдары һәм ағай-энеһе менән Гиддалтиға – улар ун ике. 30 Егерме өсөнсөһө улдары һәм ағай-энеһе менән Махазиоҫҡа – улар ун ике. 31 Егерме дүртенсеһе улдары һәм ағай-энеһе менән Ромамти-Әзәргә – улар ун ике. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia