Филиптарға 1 - Изге ЯҙмаСәләмләү 1 Ғайса Мәсихтең ҡолдары Паулус менән Тимоҫеустан Филиппойҙағы имандаштар берҙәмлегенең етәкселәре һәм ярҙамсыларына, Ғайса Мәсихтәге бар изгеләргә сәләм. 2 Атабыҙ Алланан һәм Раббы Ғайса Мәсихтән һеҙгә мәрхәмәт һәм именлек булһын! Доға ҡылыу 3 Һеҙҙе иҫкә төшөргән һайын Аллама рәхмәттәр уҡыйым, 4 бөтәгеҙ өсөн ҡылған доғаларымды һәр ваҡыт ҙур шатлыҡ менән башҡарам, 5 сөнки тәүге көндән башлап бөгөнгә тиклем Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратыуҙа ҡатнашаһығыҙ. 6 Тормошоғоҙҙа изгелекле эш башлаған Алла уны Ғайса Мәсих килгән көнгә тиклем тамамлар, тип ышанам. 7 Миңә һеҙҙең бөтәгеҙ тураһында ла шулай тип уйларға нигеҙ бар, сөнки һеҙ минең йөрәгемдә урын алдығыҙ. Төрмәлә булған ваҡытта ла, Һөйөнөслө Хәбәрҙе яҡлағанда һәм раҫлағанда ла, барығыҙ ҙа минең менән Алла мәрхәмәтен бүлешәһегеҙ. 8 Барығыҙҙы ла Ғайса Мәсих һөйөүе менән яратыуыма һәм һағыныуыма Алла шаһит. 9 Мөхәббәтегеҙ белем, тәрән аң-зиһен менән тулыланып артҡандан-арта барһын, тип доға ҡылам. 10 Һеҙ иң яҡшыны һайлап ала белһен, Мәсих килер көнгә саф һәм кәмселекһеҙ булһын, 11 Алланы данлау һәм маҡтау өсөн Ғайса Мәсих аша килгән хаҡлыҡ емештәрен мул килтерһен, тип доға ҡылам. Йәшәү – ул Мәсих 12 Имандаштар, минең менән булған хәлдәрҙең дә Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратыуҙа файҙа килтергәнен белеүегеҙҙе теләйем. 13 Һөҙөмтәлә Мәсих хаҡына тотҡонда булыуым ҡайсар һаҡсыларына ла, башҡаларға ла мәғлүм булды. 14 Ә имандаштарыбыҙҙың күбеһенең, тотҡонда булыуымды белеп, Раббыға ышаныстары нығынды, Алла һүҙен тағы ла ҡыйыуыраҡ, ҡурҡмайынса вәғәзләй башланылар. 15 Шуныһы ла хаҡ: ҡайһы берәүҙәр Мәсихте көнсөллөк тойғоһо һәм бер-береһенән уҙҙырырға тырышыу арҡаһында вәғәзләй, әммә икенселәре был эште иң яҡшы ниәт менән башҡара. 16 Былары, минең Һөйөнөслө Хәбәрҙе яҡлау өсөн Алла тарафынан төрмәгә бикләнгәнемде белеп, мөхәббәткә таянып эш итә. 17 Тәүгеләре иһә ысын күңелдән түгел, ә үҙҙәренә файҙа эҙләгәндән, төрмәләге хәлемде ауырайтыу өсөн Мәсихте вәғәзләй. 18 Әммә уныһы әһәмиәтле түгел. Мәсихте нисек кенә вәғәзләмәһендәр, ике йөҙлөлөк менәнме, ихласмы – мин быға шатмын. Артабан да ҡыуанасаҡмын ғына, 19 сөнки беләм: әлеге хәлем һеҙҙең доғаларығыҙ һәм Ғайса Мәсих Рухының ярҙамы менән мине ҡотолоуға илтер. 20 Бер ниндәй хәл дә мине хурлыҡҡа төшөрә алмауына, һәр ваҡыттағыса хәҙер ҙә ҡыйыу булырыма һәм, йәшәйемме мин, үләмме, Мәсихте бөтә йәнем-тәнем менән данларыма өмөтләнәм һәм ашҡынып көтәм. 21 Минең өсөн йәшәү – ул Мәсих, ә үлем – табыш. 22 Әгәр ҙә артабан да йәшәйем икән, был эшемдең уңышлы булыуын аңлата. Был осраҡта ҡайһыныһын һайлармын – белмәйем. 23 Мин ике юл сатында торам. Был донъяны ҡалдырып, Мәсих менән бергә булырға тигән теләгем бар, һәм был күпкә яҡшыраҡ. 24 Әммә һеҙҙең өсөн минең был донъяла ҡалыуым мөһимерәк. 25 Быға ныҡ инанғанлыҡтан, һеҙҙең менән ҡалып, ҡыуанысығыҙҙың, имандағы уңышығыҙҙың үҫеүе хаҡына барығыҙ менән бергә булырмын. 26 Янығыҙға ҡабат килгәндә, һеҙ минең өсөн Ғайса Мәсихтә тағы ла нығыраҡ ғорурлана аласаҡһығыҙ. 27 Нисек кенә булмаһын, Мәсих тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәргә лайыҡлы йәшәгеҙ. Мин киләмме, яңынан һеҙҙе күрәмме, әллә килмәйемме – берҙәм булыуығыҙҙы һәм иңгә-иң терәп, Һөйөнөслө Хәбәргә ышаныу хаҡына көрәшеүегеҙҙе ишетеп торорға яҙһын. 28 Бер ниндәй осраҡта ла үҙегеҙгә ҡаршы булған кешеләрҙән ҡурҡмағыҙ: был – уларға һәләкәт, ә һеҙҙең өсөн ҡотолоу билдәһе. Был – Алла эше, 29 сөнки һеҙгә Мәсихкә ышаныу ғына түгел, ә Уның өсөн ғазаптар сигеү ҙә бирелде. 30 Һеҙ мин алып барған көрәште үҙегеҙ ҙә күрҙегеҙ, ишетеп тә тораһығыҙ һәм шулай уҡ көрәшәһегеҙ. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia