Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -

Әйүп 25 - Изге Яҙма


Билдадтың өсөнсө телмәре: Кеше Алла күҙендә нисек хаҡ була алһын?

1 Шуахтан килгән Билдад былай тип яуап бирҙе:

2 «Аллала – хакимлыҡ менән дәһшәт. Ул Үҙ юғарылығында именлекте бар ҡыла.

3 Уның ғәскәрҙәренең хисабы-һаны бармы? Нуры кемгә генә төшмәй?

4 Кеше Алла күҙендә нисек хаҡ була алһын? Ҡатындан тыуған зат нисек пак булһын?

5 Ҡара, Алла хозурында ай ҙа тоноҡ, Хатта йондоҙҙар ҙа пак түгел.

6 Селәүсен һымаҡ ҡына фани бәндәгә ни һан? Әҙәм балаһы бары – ер ҡорто!»

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:



ကြော်ငြာတွေ