Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -

Зәбүр 12 - Изге Яҙма

1 Йырсылар етәксеһенә: Дауыттың мәҙхиәһе.

2 Йә Раббы, ҡасанға саҡлы, Мәңгегәме мине оноторһоң? Минән йөҙ йәшерерһең ҡасанға тиклем?

3 Ҡасанғаса йәнем тынғы тапмаҫ, Күңелемдә көн-төн хәсрәт булыр? Ҡасанға тиклем дошманым өҫтөн ҡалыр?

4 Ҡараһаңсы, яуап ҡайтарһаңсы, Раббым Аллам! Күҙҙәремә нур бир, үлем йоҡоһона талмайымсы!

5 Дошмандарым: «Еңдем уны!» – тимәһендәр, Сайҡалғанымда ҡыуана алмаһындар.

6 Мин Һинең мөхәббәтеңә өмөтләнәм, Күңелем ҡотҡарыуыңа ҡыуанасаҡ. Мин Һиңә йырлармын, Раббы: «Ул миңә яҡшылыҡ ҡылды».

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:



ကြော်ငြာတွေ