Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -

І Йылъяҙма 25 - Изге Яҙма


Йырсылар

1 Дауыт ғәскәр башлыҡтары менән бергә Асаф, Һеман һәм Йедуҫун улдарын махсус хеҙмәткә айырып ала: улар, арфала һәм лирала уйнап һәм тәрилкә һуғып, пәйғәмбәрлек итергә тейеш була. Был хеҙмәткә түбәндәгеләр тәғәйенләнә.

2 Асаф улдарынан: Заккур, Йософ, Нетанъяһ һәм Асарела. Улар аталарының етәкселеге аҫтында була. Асаф батша бойороғо буйынса пәйғәмбәрлек итергә тейеш була.

3 Йедуҫундан: Йедуҫундың алты улы – Гедалъяһ, Сери, Йешағъяһ, Шимғи, Хашавъяһ, Маттиҫъяһ. Аталары Йедуҫун уларҙың етәксеһе була, арфала уйнап пәйғәмбәрлек итә һәм Раббыға шөкөрана ҡылып маҡтау яуҙыра.

4 Һемандан: Һемандың улдары Буккияһ, Маттанъяһ, Ғуззиил, Шевуил, Йеримоҫ, Хананъяһ, Ханани, Әлиаҫа, Гиддалти, Ромамти-Әзәр, Йошбеҡаша, Маллоҫи, Һоҫир һәм Махазиоҫ.

5 Был балалар барыһы ла Алланың батша әүлиәһе Һеманға, данлы итермен, тигән вәғәҙәһе буйынса бирелгән була. Алла Һеманға ун дүрт ул һәм өс ҡыҙ насип итә.

6 Улар барыһы ла аталарының етәкселеге аҫтында тәрилкә һуғып, лира һәм арфаларҙа уйнап, йырлап, Раббы йортонда хеҙмәт итә. Асаф, Йедуҫун, Һеман батшаға буйһона.

7 Раббы алдында йырларға өйрәтелеп, был һөнәрҙең оҫталары булғандар ағай-энеләре менән бергә һәммәһе ике йөҙ һикһән һигеҙ кеше була.

8 Улар, йәрәбә һалып, хеҙмәт итеү сиратын билдәләй. Йәрәбә һалғанда олоһо-кесеһе, остаздары һәм өйрәнсектәре тиң була.

9 Беренсе йәрәбә – Асаф нәҫеленән Йософҡа, икенсеһе ағай-энеһе һәм улдары менән Гедалъяһҡа сыға. Улар ун ике кеше була.

10 Өсөнсөһө улдары һәм ағай-энеһе менән Заккурға төшә, улар – ун ике.

11 Дүртенсеһе улдары һәм ағай-энеһе менән Исригә – улар ун ике.

12 Бишенсеһе улдары һәм ағай-энеһе менән Нетанъяһҡа – улар ун ике.

13 Алтынсыһы улдары һәм ағай-энеһе менән Буккияһҡа – улар ун ике.

14 Етенсеһе улдары һәм ағай-энеһе менән Йесарела – улар ун ике.

15 Һигеҙенсеһе улдары һәм ағай-энеһе менән Йешағъяһҡа – улар ун ике.

16 Туғыҙынсыһы улдары һәм ағай-энеһе менән Маттанъяһҡа – улар ун ике.

17 Унынсыһы улдары һәм ағай-энеһе менән Шимғигә – улар ун ике.

18 Ун беренсеһе улдары һәм ағай-энеһе менән Ғазарилға – улар ун ике.

19 Ун икенсеһе улдары һәм ағай-энеһе менән Хашавъяһҡа – улар ун ике.

20 Ун өсөнсөһө улдары һәм ағай-энеһе менән Шуваилға – улар ун ике.

21 Ун дүртенсеһе улдары һәм ағай-энеһе менән Маттиҫъяһҡа – улар ун ике.

22 Ун бишенсеһе улдары һәм ағай-энеһе менән Йәремоҫҡа – улар ун ике.

23 Ун алтынсыһы улдары һәм ағай-энеһе менән Хананъяһҡа – улар ун ике.

24 Ун етенсеһе улдары һәм ағай-энеһе менән Йошбеҡашаға – улар ун ике.

25 Ун һигеҙенсеһе улдары һәм ағай-энеһе менән Хананиға – улар ун ике.

26 Ун туғыҙынсыһы улдары һәм ағай-энеһе менән Маллоҫиға – улар ун ике.

27 Егерменсеһе улдары һәм ағай-энеһе менән Әлиаҫаға – улар ун ике.

28 Егерме беренсеһе улдары һәм ағай-энеһе менән Һоҫирға – улар ун ике.

29 Егерме икенсеһе улдары һәм ағай-энеһе менән Гиддалтиға – улар ун ике.

30 Егерме өсөнсөһө улдары һәм ағай-энеһе менән Махазиоҫҡа – улар ун ике.

31 Егерме дүртенсеһе улдары һәм ағай-энеһе менән Ромамти-Әзәргә – улар ун ике.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:



ကြော်ငြာတွေ