Йушағ 4 - Изге ЯҙмаИҫтәлекле таштар ҡуйыу 1 Бөтә халыҡ Иордан йылғаһы аша сығып бөткәс, Раббы Йушағҡа былай тине: 2 – Ун ике кеше, һәр ырыуҙан берәр кеше, һайлап алығыҙ. 3 Уларға ошонан, Иордан йылғаһының уртаһынан, ҡаһиндар торған ерҙән ун ике таш алырға ҡушығыҙ. Ошо таштарҙы бөгөн төндә ҡуна ҡаласаҡ ергә алып барһындар. 4 Йушағ Исраил ырыуҙары араһынан, һәр ырыуҙан берәр кеше иҫәбенән, һайланған ун ике кешене саҡырып алды ла 5 уларға былай тине: – Барығыҙ, Аллағыҙ Раббының Килешеү һандығы алдына, Иордандың уртаһына барып, һәр берегеҙ яурынына берәр таш – Исраилдың нисә ырыуы бар, шул тиклем таш һалып алып сыҡһын. 6 Был таштар һеҙҙең өсөн бер иҫтәлекле билдә булыр. Киләсәктә балаларығыҙ: «Был таштар нимәне белдерә?» – тип һораһа, 7 һеҙ Раббының Килешеү һандығы алдында Иордан һыуҙарының ағыуҙан туҡтап тороуын һөйләрһегеҙ. Килешеү һандығын Иордан йылғаһы аша сығарғанда, һыуҙар туҡтап ҡалды! Был таштар Исраил өсөн мәңгелек иҫтәлек булыр. 8 Исраилдар Йушағтың бойороғон үтәне: Иордан йылғаһы уртаһынан, Раббы Йушағҡа ҡушҡанса, Исраил ырыуҙары иҫәбенсә ун ике таш алып, уларҙы ҡунырға туҡталған урынға алып барып һалды. 9 Йушағ шулай уҡ Иордан йылғаһы уртаһында, Килешеү һандығын күтәргән ҡаһиндар торған ергә лә ун ике таш ҡуйҙы. Был таштар әле лә шунда тора. 10 Муса Йушағҡа ҡушып ҡалдырғанса, Йушағ аша Раббы халыҡҡа бойорғандың бөтәһе лә бойомға ашҡанға тиклем, һандыҡты күтәргән ҡаһиндар Иордан йылғаһының уртаһында торҙо. Халыҡ йәһәт кенә аръяҡҡа сыҡты. 11 Бөтәһе лә сығып бөткәс, Раббының һандығы менән ҡаһиндар сыҡты һәм яңынан халыҡ алдынан атланы. 12 Муса ҡушҡанса, Рәүвән һәм Ғад ырыуҙары, шулай уҡ Менашше ырыуының яртыһы хәрби саф булып Исраил халҡының тәүге рәтендә барҙы. 13 Ҡырҡ меңгә яҡын яугир, һуғышҡа әҙер булып, Раббы алдынан Йерихо тигеҙлегенә ҡарай атланы. 14 Шул көндө Раббы Исраил халҡы алдында Йушағтың абруйын күтәрҙе. Ошонан башлап Йушағ ғүмере буйы, Муса кеүек үк, исраилдар араһында хөрмәтле булды. 15 Раббы Йушағҡа былай тине: 16 – Килешеү һандығын күтәреп барған ҡаһиндарға яр башына менергә ҡуш. 17 – Яр башына менегеҙ, – тип бойорҙо Йушағ ҡаһиндарға. 18 Раббының Килешеү һандығын күтәргән ҡаһиндар Иордандан сығып, уларҙың табаны ҡоро ергә тейеү менән, Иордан һыуҙары үҙ урынына ҡайтты һәм әүәлгесә ярҙарынан сығып аға башланы. 19 Беренсе айҙың унынсы көнөндә исраилдар Иордан аша сығып Йерихонан көнсығышҡараҡ, Гилгал тигән урында туплам ҡорҙо. 20 Йушағ Иордан йылғаһы төбөнән алынған ун ике ташты Гилгалда ҡалҡытып ҡуйҙы. 21 Ул исраилдарға былай тине: – Киләсәктә балаларығыҙ: «Был таштар нимә аңлата?» – тип һораған саҡта, 22 һеҙ уларға нисек итеп Исраил халҡының Иордан йылғаһының ҡоро төбөнән атлап сыҡҡанын һөйләрһегеҙ. 23 Аллағыҙ Раббы, һеҙ йылғаны аша сыға алһын өсөн, алдығыҙҙа Иордандың һыуҙарын ҡоротто. Ул шулай уҡ беҙ Ҡамышлы диңгеҙен аша сыҡһын өсөн, уның төбөн дә ҡоро ер иткәйне. 24 Ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар Раббының ни тиклем ҡөҙрәтле булыуын белһен, һеҙ ҙә үҙегеҙҙең Аллағыҙ Раббынан һәр саҡ ҡурҡһын һәм ололаһын өсөн эшләнде был. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia