Эстер 10 - Изге ЯҙмаМордехайҙың батшанан ҡала иң ҙур түрә булыуы 1 Ахашверош батша бөтә илендә, диңгеҙ ярҙарында йәшәүселәргә тиклем, һалым индерҙе. 2 Уның бөтә данлы һәм ҡаһарман эштәре, Мордехайҙы ниндәй үрҙәргә күтәреүе – бөтәһе лә Мадай һәм Фарсы батшаларының йылъяҙмалар китабына яҙылған. 3 Йәһүд Мордехай дәүләттә Ахашверош батшанан ҡала икенсе кеше булды. Йәһүдтәрҙең иң бөйөгө булған, күп һанлы ырыуҙаштарының тәрән ихтирамын яулаған Мордехай үҙ халҡының именлеген ҡайғыртты, тоҡомоноң яҡлаусыһы булды. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia