Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зәкәрьяһ 9:9 - Башкирский ВЗ (неполный)

9 Шатлан, шатлан, эй Сион-ҡыҙ! Йәрүсәлим-ҡыҙ, ҡыуаныслы ауаздар һал! Ҡара, батшаң килә һиңә табан; Ул – тәҡүә, еңеүсе, тыйнак-күндәм, Ишәккә атланған, бала ишәккә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

9 Шатлан, шатлан, эй Сион-ҡыҙ! Йәрүсәлим-ҡыҙ, ҡыуаныслы ауаздар һал! Ҡара, батшаң килә һиңә табан; Ул – тәҡүә, еңеүсе, тыйнаҡ-күндәм, Ишәккә менгән, бала ишәккә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зәкәрьяһ 9:9
43 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Яратыусыһының хозурында һөйөнһөн Исраил, Батшаһын күңел түрендә тотоп ҡыуанһын Сион халҡы!


Әйтер: «Мин Сионға, Үҙемдең изге тауыма, Үҙемдең батшамды ултырттым».


Йырсылар етәксеһенә: «Ғаламоҫ» көйөнә. Ҡорах улдарының йыры.


Эй Сион халҡы, күңел ас, шатлыҡ ауазы яңғырап торһон – Исраилдың Изгеһе һеҙҙең арала, Ул бөйөк!»


Негев хайуандары тураһында әүлиәлек. «Инә һәм ата арыҫландар, Ҡара йыландар һәм ҡанатлы йыландар төйәк иткән Ҡырағай һәм ҡурҡыныс ерҙәрҙән уҙырҙар. Байлыҡтарын – ишәктәрҙең арҡаһына, Хазиналарын дөйәләрҙең үркәсенә йөкләп Үҙҙәренә ярҙам итә алмаҫ халыҡҡа алып барырҙар.


Сөнки Раббы – Хөкөмдарыбыҙ; Ҡанундарыбыҙҙы биреүсе – Раббы, Батшабыҙ – Раббы, беҙҙе Ул ҡотҡарасаҡ!


Һөйөнсө килтергән Сион, бейек тауға сыҡ! Яҡшы хәбәр килтергән Йәрүсәлим, ҡысҡырып иғлан ит! Ҡурҡма, Йәһүҙә ҡалаларына ҡысҡыр: «Бына һеҙҙең Аллағыҙ!»


Мин, бары Мин генә – Раббы, Минән башҡа ҡотҡарыусы юҡ.


Сөнки Мин – һинең Аллаң Раббымын, Исраилдың Изгеһемен, Һинең Ҡотҡарыусыңмын. Һинең өсөн йолом итеп Мысырҙы бирҙем; Куш менән Севаны түләнем.


Әйтегеҙ, дәлилдәр килтерегеҙ, Бергә кәңәшләшеп һөйләгеҙ: Быларҙы борондан уҡ кем әйтеп бирҙе, Әллә ҡасандан уҡ кем белдерҙе? Мин Раббы әйтмәнемме ни? Минән башҡа аллалар юҡ, Мин ғәҙел һәм ҡотҡарыусы Алла. Минән башҡа берәү ҙә юҡ.


Тауҙар артылып хәбәр килтереүсенең Аяҡтары ниндәй күркәм! Ул тыныслыҡ тураһында һөйөнсө, Ҡотолоу хаҡында хәбәр алып килә. Сион халҡына: «Аллағыҙ батшалыҡ итә», – тип белдерә.


Мөһабәт һәм бөйөк, Мәңге йәшәүсе, исеме Изге былай ти: «Бейек һәм мөҡәддәс урында төйәк итһәм дә Хәсрәтлеләр, рухы төшөнкөләр янындамын, Баҫалҡыларҙың рухын күтәрәм, Хәсрәтлеләрҙең йөрәген терелтәм.


Раббы ерҙең алыҫ тарафтарына белдерҙе: «Сион-ҡыҙға әйтегеҙ: „Ана Ҡотҡарыусың килә; Әжере – Уның менән, бүләге алдынан атлай“.


Үҙҙәренең Аллалары Раббыға һәм Мин тәхеткә ултыртасаҡ батшалары Дауытҡа хеҙмәт итерҙәр.


Һин ут өсөн ем булырһың, Ил эсендә ҡаның түгеләсәк, Хатта хәтергә лә алынмаясаҡһың. Мин, Раббы, әйттем быны».


Йәһүҙә халҡын иһә рәхмәтемдән айырмайым һәм ҡотҡарам – йәйә, ҡылыс, һуғыш менән түгел, аттар һәм һыбайлылар менән түгел, бәлки Аллалары Раббы ҡулы менән ҡотҡарам уларҙы, – тине.


Ә һин, эй көтөүҙе күҙәтә торған манара, Сион-ҡыҙҙың нығытмаһы булған Йәрүсәлим, Хакимлығың һиңә кире ҡайтыр, Йәрүсәлим батшалығын кире алыр».


Эй һин, Әфраҫалағы Бейт-Ләхәм, Йәһүҙә нәҫелдәренең иң бәләкәсе булһаң да, Минең ихтыярым буйынса, Исраилға Юлбашсы буласаҡ зат һинән сығыр. Уның тамыры әүәлдән, борон-борондан уҡ килә.


– Эй Сион-ҡыҙ, ҡыуан, күңел ас! Бына Мин киләм, арағыҙҙа төйәкләнәсәкмен, – тип белдерә Раббы. –


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ