Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зәкәрьяһ 8:9 - Башкирский ВЗ (неполный)

9 Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Күк ғәскәрҙәре Раббыһының ҡорамын төҙөр өсөн уның нигеҙе һалынған көндә унда пәйғәмбәрҙәрҙең һүҙҙәрен ишеткәндәр, ҡулығыҙға ҡеүәт өҫтәлһен!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

9 Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Күк ғәскәрҙәре Раббыһының ҡорамының нигеҙе һалынған көндә унда пәйғәмбәрҙәрҙең һүҙҙәрен ишеткәндәр, ҡулығыҙға ҡеүәт өҫтәлһен!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зәкәрьяһ 8:9
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Хәлһеҙ ҡулдарға ҡеүәт бирегеҙ, Ҡалтыранған тубыҡтарҙы нығытығыҙ.


Ҡурҡаҡ йөрәклеләргә әйтегеҙ: «Ҡыйыу булығыҙ, ҡурҡмағыҙ! Бына һеҙҙең Аллағыҙ, Үс алыр, ҡон ҡайтарыр өсөн килә. Килер ҙә һеҙҙе ҡотҡарыр».


Дарий батша тәхеткә ултырғандың икенсе йылында, алтынсы айҙың беренсе көнөндә, Йәһүҙәнең өлкә башлығы Шеалтиил улы Зеруббавелға һәм баш ҡаһин Йеһосадаҡ улы Йеһошуағҡа Хаггай пәйғәмбәр аша Раббы һүҙе булды.


Шеалтиил улы Зеруббавел менән баш ҡаһин Йеһосадаҡ улы Йеһошуағ һәм иҫән ҡалған халыҡ Аллалары Раббының әйткәненә, Уның тарафынан ебәрелгән Хаггай пәйғәмбәрҙең һүҙенә ҡолаҡ һалды. Халыҡ Раббынан ҡурҡты.


Бынан ары туғыҙынсы айҙың егерме дүртенсе көнөнән, Раббы йортона нигеҙ һалынған көндән, алып һеҙҙең менән нимә булырын күҙәтегеҙ.


– Йәһүҙәнең өлкә башлығы Зеруббавелға әйт: «Мин күк менән ерҙе һелкетәсәкмен.


Һеҙҙе ҡотҡарырмын, эй Йәһүҙә һәм Исраил халҡы! Һеҙ нисек ҡәүемдәр араһында ләғнәт өлгөһө булһағыҙ, хәҙер фатиха-бәрәкәт үрнәге булырһығыҙ. Ҡурҡмағыҙ, ҡулдарығыҙ көслө булһын!»


Миңә Күк ғәскәрҙәре Раббыһының һүҙе булды:


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ