Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зәкәрьяһ 7:9 - Башкирский ВЗ (неполный)

9 – Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Үҙ халҡына: «Тоғролоҡ һәм ғәҙеллек менән хөкөм итегеҙ, бер-берегеҙгә миһырбанлы һәм рәхимле булығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

9 – Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Үҙ халҡына: «Тоғролоҡ һәм ғәҙеллек менән хөкөм итегеҙ, бер-берегеҙгә миһырбанлы һәм рәхимле булығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зәкәрьяһ 7:9
30 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Тәҡүәлек менән ғәҙел ғәмәл ҡылыу Раббы алдында ҡорбан килтереүҙән өҫтөнөрәк.


эй Дауыт нәҫеле! Раббы былай ти: „Һәр көн иртән ғәҙел хөкөмдәр ҡыл, Таланғанды ҡыйырһытыусы ҡулынан ҡотҡар, Юҡһа ҡылған яуызлыҡтарығыҙ өсөн Асыуым ут кеүек тоҡаныр ҙа Уны бер кем дә һүндерә алмаҫ.


Раббы былай ти: „Ғәҙеллек һәм дөрөҫлөк менән эш итегеҙ, таланғанды ҡыйырһытыусы ҡулынан ҡотҡарығыҙ. Килмешәкте, етемде һәм тол ҡатынды рәнйетмәгеҙ, иҙмәгеҙ, был ерҙә ғәйепһеҙ кешенең ҡанын түкмәгеҙ.


Мин уларға шундай әмер биргәйнем: «Мине тыңлағыҙ! Шунда Мин һеҙҙең Аллағыҙ, ә һеҙ Минең халҡым булырһығыҙ. Үҙегеҙгә яҡшы булһын өсөн Мин күрһәткән юлдан йөрөгөҙ», – тинем.


Әгәрҙә һеҙ ысынлап та дөрөҫ йәшәһәгеҙ, яҡшы ғәмәлдәр ҡылһағыҙ, бер-берегеҙгә ҡарата ғәҙел эш итһәгеҙ,


Үтескә биргән өсөн килем талап итмәй, Яуызлыҡтан ҡулын тыя; Ике кеше араһында ғәҙел хөкөм йөрөтә,


Раббы Хаким былай ти: «Етер һеҙгә, Исраил хакимдары! Яуызлыҡ ҡылыуҙы һәм иҙеүҙе ташлағыҙ, ғәҙел хөкөм һәм хаҡлыҡ ҡылығыҙ. Халҡымды үҙ тупраҡтарынан ҡыҫырыҡлап сығарыуҙан туҡтағыҙ, – тип белдерә Раббы Хаким. –


«Ҡулына алдаҡ үлсәү тотҡан сауҙагәр Кешене отоуҙы яҡшы күрә.


Хөкөм сығарғанда хаҡһыҙлыҡ ҡылма: ярлыға өҫтөнлөк бирмә, байға ярарға тырышма, яҡыныңды ғәҙел хөкөм ит.


Бының урынына ғәҙеллек – йылға булып, Хаҡлыҡ кипмәҫ ташҡын булып аҡһын.


Эй кеше, Раббы һиңә нимә яҡшы икәнен белдерҙе: Раббы һинән талап иткән нәмә: Ғәҙеллек ҡыл, мөхәббәтле булыуҙы ярат, Аллаға күндәмлек күрһәтеп йәшә.


Йәрүсәлим менән уның эргәһендәге ҡалалар муллыҡта ғүмер иткән, Негевта һәм Шефелала кешеләр күпләп йәшәгән осорҙарҙа уҡ Раббы элекке пәйғәмбәрҙәре аша ошоларҙы әйтмәй инеме ни?»


Зәкәрьяһҡа Раббы һүҙе булды:


Ҡәрҙәшеңдең аҙашып йөрөгән үгеҙен йәки һарығын күрһәң, уларҙы ташлап ҡалдырма, ҡәрҙәшеңә алып ҡайтып бир.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ