Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зәкәрьяһ 7:5 - Башкирский ВЗ (неполный)

5 – Бөтә ил халҡына һәм ҡаһиндарға әйт: «Етмеш йыл буйы бишенсе һәм етенсе айҙарҙа ураҙа тотҡанда һәм ҡайғырғанда һеҙ Минең өсөн ураҙа тоттоғоҙмо ни?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

5 – Бөтә ил халҡына һәм ҡаһиндарға әйт: «Етмеш йыл буйы бишенсе һәм етенсе айҙарҙа ураҙа тотҡанда һәм ҡайғырғанда һеҙ Минең өсөн ураҙа тоттоғоҙмо ни?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зәкәрьяһ 7:5
27 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Тотош яндырыу ҡорбаны итеп, Һин Миңә һарыҡтар килтермәнең, Ҡорбандарың менән Миңә хөрмәт күрһәтмәнең. Мин өҫтөңә ҡыйынлыҡ һалманым – Икмәк саҙаҡалары талап итмәнем, Хуш еҫ ҡорбандары таптырып йонсотманым.


„Беҙ ураҙа тотабыҙ, ниңә Һин быны күрмәйһең? Нәфсебеҙҙе тыябыҙ, Ә Һин иғтибар бирмәйһең?“ – ти улар. Ысынында, һеҙ ураҙа тотҡан көндө Теләгәнегеҙҙе ҡылаһығыҙ; Хеҙмәтселәрегеҙҙең барыһын иҙәһегеҙ.


Бөтә был ер бушлыҡ һәм дәһшәткә әйләнер. Был ҡәүемдәр етмеш йыл буйы Бабил батшаһына хеҙмәт итер.


Раббы былай ти: «Бабил өсөн етмеш йыл тамам булғас, һеҙҙе хәстәрләрмен, биргән һүҙемә тоғро ҡалып, һеҙҙе ошо ергә ҡайтарырмын.


Навуходоносор батша хакимлығының ун туғыҙынсы йылында, бишенсе айҙың унынсы көнөндә Бабил батшаһының хеҙмәтсеһе, нөгәрҙәр башлығы Невузарадан Йәрүсәлимгә инде.


Мин, Даниил, Дарий хакимлығының тәүге йылында Яҙмаларҙан шуны аңланым: Раббының Йермеяһ пәйғәмбәргә әйткән һүҙенә ҡарағанда, Йәрүсәлим етмеш йылға ташландыҡ хәлдә ҡалырға тейеш.


Бөтә йөрәктән Мине саҡырыр урынға, Ятҡан түшәктәрендә үкереп илай, Икмәк менән шарап хаҡына үҙҙәрен имгәтәләр. Миңә һырттарын ҡуйҙылар.


Шунан Раббы фәрештәһе: «Эй Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, етмеш йыл буйы асыуланған Йәрүсәлимгә һәм Йәһүҙә ҡалаларына тағы ла ҡасанға тиклем мәрхәмәт күрһәтмәйәсәкһең?» – тине.


Миңә Күк ғәскәрҙәре Раббыһының һүҙе булды. Ул былай тине:


Ашағанда һәм эскәндә һеҙ үҙегеҙ өсөн ашап-эсмәйһегеҙме ни?


– Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Дүртенсе, бишенсе, етенсе, унынсы айҙарҙың ураҙалары Йәһүҙә халҡы өсөн ҡыуаныс һәм шатлыҡ тулы байрамға әүерелер. Шуға күрә ғәҙеллек менән именлекте яратығыҙ».


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ