7 Бына һауыттың ҡурғаш ҡапҡасы ҡалҡытылды. Һауыт эсендә бер ҡатын ултыра ине.
Амус улы Ишағыяһтың Бабилдың киләсәге хаҡында күргән әүлиәлеге.
Моав тураһында әүлиәлек. Моавтың Ғар ҡалаһы бер төндә тар-мар ителде, юҡ булды; Моавтың Ҡир ҡалаһы бер төндә тар-мар ителде, юҡ булды.
Иҫке быуанан алған һыу өсөн Ике диуар араһында бер һаҡлағыс ҡаҙынығыҙ. Ә быны, электән үк ниәтләп, Бойомға ашырған Алланы иҫәпкә алманығыҙ.
Мирт ағастары араһында торған кеше: «Былар Раббы тарафынан донъяны байҡап сығыр өсөн ебәрелгәндәр», – тине.
– Был нимә ул? – тип һораным. – Үлсәм һауыты, – тине һәм: – Ул бөтә ил халҡының ғәйептәре менән тулы, – тип өҫтәне.
Фәрештә: – Ә был яманлыҡтың үҙе, – тине лә ҡатынды һауыт эсенә ҡабат тығып, ҡурғаш ҡапҡас менән ҡаплап ҡуйҙы.