Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зәкәрьяһ 4:6 - Башкирский ВЗ (неполный)

6 – Раббының Зеруббавелға һүҙе былай: «Көс менән дә түгел, ҡеүәт менән дә түгел, бары Минең Рухым менән уңыш ҡаҙанырһың». Шулай ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

6 – Раббының Зеруббавелға һүҙе былай: «Көс менән дә түгел, ҡеүәт менән дә түгел, бары Минең Рухым менән уңыш ҡаҙанырһың. Шулай ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зәкәрьяһ 4:6
33 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Раббының күҙе төбәлгән тәҡүәләргә, Ҡолағы уларҙың ялбарыуҙарына асыҡ.


Йәһүҙә халҡын иһә рәхмәтемдән айырмайым һәм ҡотҡарам – йәйә, ҡылыс, һуғыш менән түгел, аттар һәм һыбайлылар менән түгел, бәлки Аллалары Раббы ҡулы менән ҡотҡарам уларҙы, – тине.


Былар юғарынан өҫтөбөҙгә Рух түгелгәнгәсә дауам итер. Артабан сүл – емеш баҡсаһына, Баҡса булған ерҙәр урманға әйләнер.


«Был башбаштаҡ нәҫелгә ҡайғы! – тип белдерә Раббы, – Минең ниәттәрҙе түгел, үҙҙәренекен тормошҡа ашыралар. Рухыма тап килмәгән килешеүҙәр төҙөйҙәр, Гонаһ өҫтөнә гонаһ өйәләр.


– Эй Раббым, бөтә йән эйәһенә һулыш биргән Алла, был йәмғиәт өҫтөнән башлыҡ итеп лайыҡлы кешене ҡуйһаң ине! Ул кеше


– Был минең ҡөҙрәтемдә түгел, – тине Йософ. – Фирғәүенгә хәйерле яуапты Алла Үҙе бирер.


Был ҡояш аҫтында мин тағы ла шуны күрҙем: Ярышта еңеү иң етеҙҙәргә, Алышта иң ҡыйыуҙарға булмай икән. Эшләп тапҡан икмәк – иң аҡыллыларға, Байлыҡ – белемлеләргә, Абруй-хөрмәт оҫталарға эләкмәй. Быларҙың барыһын да осраҡлылыҡ һәм ваҡыт хәл итә.


Һин шулай ҡарап торғанда, ҡайҙандыр үҙенән-үҙе, кеше ҡулы теймәйенсә, бер таш кителеп килеп һәйкәлдең тимер һәм балсыҡтан булған аяҡтарына бәрелде, уларҙы селпәрәмә килтерҙе.


Дарий батша тәхеткә ултырғандың икенсе йылында, алтынсы айҙың беренсе көнөндә, Йәһүҙәнең өлкә башлығы Шеалтиил улы Зеруббавелға һәм баш ҡаһин Йеһосадаҡ улы Йеһошуағҡа Хаггай пәйғәмбәр аша Раббы һүҙе булды.


– Йәһүҙәнең өлкә башлығы Зеруббавелға әйт: «Мин күк менән ерҙе һелкетәсәкмен.


Уға әйт, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Бына был Үҫенте исемле уҙаман. Ул булған урынынан үҫеп сығыр һәм Раббының ҡорамын төҙөр.


Раббының китабынан табып уҡығыҙ: Ошоларҙың береһе лә килмәй ҡалмаҫ, Һәр йәнлек үҙенең ишен табыр. Сөнки был әмер Раббының ауыҙынан сыҡты, Уның Рухы уларҙы бергә йыясаҡ.


Көнбайышта Раббының исеменән, Ҡояш сығышында Раббының шөһрәтенән ҡурҡырҙар. Сөнки ташҡын һыу һымаҡ килгәндә, Раббының һулышы уны ҡыуыр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ